

Уның һүҙҙәренсә, ремонт барышында кабинеттарҙың береһен ике зонаға бүлгәндәр: санитар нормаларҙы иҫәпкә алып, махсус плиткалы стеналар менән бәйләү һәм гипс һалыу бүлмәләре йыһазландырылған. Шулай уҡ беренсе ҡаттағы иҫке ағас тәҙрәләр пластик тәҙрәләргә алмаштырылған.
Барлыҡ кабинеттарҙа ла стеналар һәм иҙәндәр яңыртылған.
Шулай уҡ инеү урыны ла ремонтланған, шул иҫәптән ишектәр алмаштырылған. Төҙөүселәр бәҙрәфтәрҙе һәм пандусты тәртипкә килтергән.
«Ләкин был ҙур эштең бер өлөшө генә. Башҡа корпустарҙа һәм бүлексәләрҙә лә ремонт дауам итә йәки инде тамамланған. Пациенттар өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү һәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙе бер көнгә лә туҡтатмау өсөн беҙ этаптар менән эшләйбеҙ. Беҙҙең маҡсат — бөтә дауахананы ла берҙәм юғары сифат стандартына килтереү», — тип өҫтәне Илшат Яппаров