

Ҡала хакимиәте баҫтырып сығарған ҡарарға ярашлы, йәрминкәләр 26 сентябрҙә, шулай уҡ 3, 10 һәм 17 октябрҙә иртәнге 10-дан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем үтәсәк.
«СТУ» муниципаль унитар предприятиеһына йәрминкәләр үткән көндәрҙә дауахана ҡаласығы районына йөрөүсе маршруттар буйынса өҫтәмә транспорт ойошторорға, «троллейбус салондарында һәм водитель кабиналарында йәрминкәләр үткәрелеүе тураһында иғландар урынлаштырырға» ҡушылды.
Бынан тыш, йәрминкә территорияһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау, ветеринария хеҙмәте белгестәренең эше һәм башҡалар тәьмин ителәсәк. Сүп-сар контейнерҙарын ҡуйыу планлаштырыла.