Ашҡаҙар
+16 °С
Ясно
Общие статьи
14 Сентября , 04:25

ТЕЙЕШЛЕ ДАРЫУҘАРЫН АЛА АЛДЫЛАР

Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы льготалы категорияға ҡараған граждандарҙың дарыуҙар менән ваҡытында тәьмин ителеү хоҡуғын яҡланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТЕЙЕШЛЕ ДАРЫУҘАРЫН АЛА АЛДЫЛАРТЕЙЕШЛЕ ДАРЫУҘАРЫН АЛА АЛДЫЛАР
ТЕЙЕШЛЕ ДАРЫУҘАРЫН АЛА АЛДЫЛАР

Ҡала прокуратураһы тарафынан ағымдағы йылда дарыу менән тәьмин итеү өлкәһендә закон боҙоуҙың 100-ҙән ашыу осрағы асыҡланды. Ошоға бәйле һаулыҡ һаҡлау органдарына 18 күрһәтмә индерелде, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә 13 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, судҡа 11 дәғүә ғаризаһы ебәрелде.
Дәғүә эше барышында граждандарҙың дарыуҙар һатып алыуға үҙҙәре сығарған 350 мең һумдан ашыу аҡсаһын кире ҡайтарыуға өлгәшелде. 40-тан ашыу граждандың дарыу препараттары һәм медицина әйберҙәре менән тәьмин ителеү хоҡуғы тергеҙелде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә закон үтәлеше ҡала прокуратураһының айырым контролендә тора.

Ҡала прокуроры урынбаҫары Э.А. Абакаров.

Фото:яһалма интеллект.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас