

Бөгөн Стәрлетамаҡта дөйөм ҡала шәмбе өмәһе үтте
Бөтә биләмәләр тәртипкә килтерелде, тирә-йүн сүп-сарҙан таҙартылды.
Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты командаһы айырыуса ғорурлыҡ уята: уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергәләп дөйөм эшкә ҡушылып,яуаплылыҡ, берҙәмлек һәм битараф булмауҙың ни тиклем мөһим икәнен күрһәттеләр.
Һөҙөмтәһе ысынлап та һоҡландырғыс бит! Коллектив һәм уҡыусылар берлектә 10 ҡапсыҡтан ашыу сүп-сар йыйҙы! Был тәбиғәткә зыян килтермәйәсәк һәм дөрөҫ утилләштереләсәк тиҫтәләгән килограмм ҡалдыҡ тигән һүҙ. 🗑️Ә бөтә ҡала буйынса, өмәлә барлығы 2000-дән ашыу кеше ҡатнашты, 38 берәмек техника йәлеп ителде. 716 кубометр сүп-сар сығарылды.
Өмәләр бының менән генә тамамланмай. Улар 26 сентябрҙә, 3 һәм 10 октябрҙә үтәсәк. Өмәләрҙән тыш, ҡалала йыл һайын үткәрелеүсе «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы ла ойоштороласаҡ.
2026 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Йәшел Башҡортостан» акцияһына йомғаҡ яһаны. Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылдан алып акция сиктәрендә 185 мең ағас, 1,7 миллион үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған, меңдән ашыу яңы йәшел зона барлыҡҡа килгән.
Радий Хәбиров акцияның йылына ике тапҡыр — яҙ һәм көҙ үткәрелеүе тураһында билдәләне. 2026 йылдың ике аҙнаһы эсендә ҡалаларҙа һәм райондарҙа 95 яңы тематик аллея булдырылған.