

Колоноскопия кабинетында эндоскопик визуализация системаһы ҡуйылды. Уның ярҙамында табиптар йыуан эсәктең торошон ентекләп ҡарай ала: колоноскоптың һығылмалы торбалары бәләкәй генә камера менән йыһазландырылған, ул асыҡ һүрәтте экранға сығара. Бындай диагностика полиптарҙы һәм онкологик процестарҙы, шул иҫәптән симптомдар әле булмаған тәүге стадияларҙа ла, ваҡытында асыҡлау өсөн бик мөһим. 1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров билдәләүенсә, милли проекттың төп маҡсаты — онкологияны ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнсе асыҡлау: нәҡ эсәк яман шешен иртә диагностикалау йыл һайын меңдәрсә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала.
Дауахананың тағы бер ҡаҙанышы — велоэргометр. Был — йөрәк эшен баһалау өсөн юғары диагностика комплексы. Күп кенә йөрәк патологиялары тик ҙур көсөргәнеш ваҡытында ғына беленә, шуға күрә тикшереү ЭКГ контроле аҫтында физик күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Уның ярҙамында табиптар йөрәктең физик эште нисек үтәүен билдәләй, йәшерен ишемияны асыҡлай, төрлө кимәлдәге йөрәк ритмы боҙолоуҙарын теркәй, шулай уҡ организмдың стресстан һуң тергеҙелеү тиҙлеген һәм сифатын баһалай. Илшат Яппаров һүҙҙәре буйынса, велоэргометр — инфаркттан һуң хәүефһеҙ реабилитация үтеү, йөрәк сыҙамлылығын тикшереү һәм йәшерен проблемаларҙы улар етди хәлгә еткәнсе асыҡлау өсөн алыштырғыһыҙ ҡорал.