

“Зәңгәр яғыулыҡ”— ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереүҙең төп факторҙарының береһе: унан йорттарҙағы уңайлылыҡ та, предприятиеларҙың эше лә, яңы биҫтәләрҙең киләсәге лә тора. Стәрлетамаҡта газ тармағындағы хәлдәр менән танышыу маҡсатында, беҙ “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ филиалы директоры Олег Александрович БОЙЦОВ (өҫтәге һүрәттә) менән әңгәмәләштек.
— Олег Александрович, филиалығыҙҙың хеҙмәтләндереү зонаһы ниндәй һәм бөгөнгө көндә ниндәй күләмдәге эштәрҙе контролдә тотаһығыҙ?
— Филиалыбыҙҙың хеҙмәтләндереү зонаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһын, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Миәкә райондарын үҙ эсенә ала. Эшкә 5 производство базаһы йәлеп ителгән, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 576 кеше тәшкил итә. Беҙ газ индерелгән 275 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерәбеҙ. Газ үткәргестәрҙең оҙонлоғо — 4 457 километрҙан ашыу,
шуларҙың 970 километрға яҡыны — ҡала сиктәрендә. Шулай уҡ беҙҙең баланста 947 газ редукциялау пункты бар, Стәрлетамаҡта — 414.
— Һандар ысынлап та һоҡландырғыс. Ә күпме ҡулланыусы һеҙҙең ресурс менән файҙалана?
— Бөгөнгө көндә 160 меңгә яҡын абонент тәбиғи газ менән тәьмин ителә, шуларҙың 132 меңгә яҡыны — Стәрлетамаҡта. Бынан тыш, беҙ 2 мең 768 предприятиеға — коммуналь, сәнәғәт объекттарына һәм ҡаҙанлыҡтарға газ бирәбеҙ, уларҙың 1527-е ҡалала урынлашҡан.
— Һуңғы йылдарҙың мөһим проекттарының береһе — газ таратыу пунктын (ГГРП) төҙөү булып тора. Уның ҡаланың газ менән тәьмин итеү системаһында ниндәй роль уйнауы тураһында ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле?
— Газ көйләү пунктын төҙөү “Стәрлетамаҡ-3” газ бүлеү станцияһының ике сығыу линияһын бер дөйөм коллекторға берләштерергә мөмкинлек бирҙе. Уның етештереүсәнлеге — сәғәтенә 1,2 МПа баҫым менән 550 мең кубометр газ. Шул уҡ ваҡытта газ бүлеү станцияһы буйынса ағымдағы сәғәтлек сығым ни бары 27,5 мең кубометр тәшкил итә. Йәғни, ГГРП-ның ҡеүәте Стәрлетамаҡ кеүек тағы бер ҡаланы газ менән тәьмин итерлек кимәлдә. Был — киләсәк үҫеш өсөн етди резерв.
— “Тағы бер ҙур проект — “Байраҡ” газ бүлеү станцияһынан “Радужный” биҫтәһенә тиклем төҙөлгән ауыл-ара газ үткәргесе. Ул ҡалаға һәм районға нимә бирҙе?
— Был газ үткәргес Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификациялауҙы үҫтереүҙең 2021–2025 йылдарға программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Уның оҙонлоғо — 17,2 километр, үткәреү һәләте — сәғәтенә 66,4 мең кубометр. Төҙөлөш 2022 йылдың октябрендә тамамланды, шул уҡ йылдың 11 ноябрендә газ ебәрелде. Ул ҡаланың көнбайыш йүнәлештә үҫешеү ихтыяждарын — халыҡ өсөн дә, коммуналь һәм сәнәғәт предприятиелары өсөн дә — тулыһынса ҡаплай. Иң мөһиме — ул күп ҡатлы “Радужный” биҫтәһен газификациялау мөмкинлеген бирҙе. Бынан тыш, өҫтәмә газификациялау сиктәрендә Стәрлетамаҡ районының тораҡ пункттары: Яңы Отрадовка, Байраҡ, Мариинский, Ҡаҙаяҡ һәм Марьевка ауылдарына тоташтырылды.
— Газификациялау программаһы дауам итә. Уның тағы ла ниндәй маҡсаттары бар?
— Хәҙер 2026–2030 йылдарға тиклем оҙайтылған программа төбәктең газификациялау кимәлен күтәреүгә һәм ҡулланыусыларҙы ышаныслы газ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Төп бурыстар араһында — газ бүлеү инфраструктураһын үҫтереү, ғәмәлдәге селтәрҙәрҙең йөкләнешен оптималләштереү, газ менән тәьмин итеү сығанаҡтарын үҫтереү, шулай уҡ автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен киңәйтеү.
— Өҫтәмә газификациялау программаһы тураһында ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине. Ул Стәрлетамаҡта нисек тормошҡа ашырыла һәм ниндәй ҡыйынлыҡтар осрай?
— 2022 йылдан алып беҙ Рәсәй Федерацияһы Президентының күрһәтмәләренә ярашлы, өҫтәмә социаль газификациялау буйынса әүҙем эштәр алып барабыҙ.
Президенттың газ менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә 96 мең йортто газға тоташтырыу өсөн техник шарттар булдырылды, әлегә 74 мең йорт газға тоташтырылған. Стәрлетамаҡтың үҙендә генә дөйөм оҙонлоғо 32 километр булған 25 газ бүлеү үткәргесе сафҡа индерелде. Хәҙер баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге (СНТ) объекттарҙы тоташтырыуға айырым иғтибар бүленә. 2024 йылдан 1547-се ҡарарға үҙгәрештәр индерелде, һәм хәҙер баҡсасылыҡ ширҡәттәре өҫтәмә газификациялау программаһына индерелде. Әммә баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә эшләү — һәр ваҡыт һынау: юлдар тар (ҡайһы берҙә 3 метрҙан да
киң түгел), төҙөлөш ваҡытында юлдарҙы ябыу, ә һуңынан юл ҡатламын тергеҙеү кәрәклеге. Былар барыһы ла ҙур финанс һәм ойоштороу көсө талап итә.
— Ә бит халыҡ өсөн социаль газификациялау программаһы — үҙе бер ҙур өҫтөнлөк түгелме?
— Һис шикһеҙ. Элек ҡулланыусыға тоташтырыуҙың бөтә этаптары өсөн дә үҙ кеҫәһенән түләргә тура килә ине: документтар әҙерләүҙән һәм проект эштәренән алып газ торбаһын индереүгә һәм ебәреүгә тиклем. Ҡайһы саҡта газ торбаһын ҡапҡа төбөнә тиклем оҙон араға һуҙырға кәрәк була торғайны, бигерәк тә ер рельефы ҡатмарлы булһа йәки автомобиль юлын киҫеп үтергә тура килһә. Быларҙың барыһы ла тоташтырыу хаҡын ныҡ арттыра ине. Хәҙер был сығымдарҙы программа үҙ өҫтөнә ала, һәм милексе өсөн тоташтырыу күпкә арзанайҙы. Был тораҡ пункттарҙы үҫтереүгә етди этәргес бирә һәм кешеләрҙең тормош сифатын яҡшырта.
— Эштең күләмле алып барылыуы һәм уның ҡала менән район үҫешенә туранан-тура йоғонто яһауы күренеп тора.
— Беҙҙең эшебеҙгә ҡыҙыҡһыныу белдергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Газлаштырыу һәм өҫтәмә газификациялау — республиканың һәм тотош илдең иҡтисади үҫешенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе, һәм беҙ һәр ҡулланыусыны ышаныслы һәм ҡулай газ менән тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ.
— Ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар!
Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо.
Фотолар Олег БОЙЦОВ тарафынан бирелде.