

Нулдән башламаныҡ
– Руслан Халиҡович, май айында республика башлығы Радий Хәбиров яһалма интеллектты “ут һәм ҡылыс тиҙлегендә” индерергә кәрәк, тип белдерҙе. Масштаблы яңғырай. Бында конкрет рәүештә нимә күҙ уңында тотола?
– Радий Фәрит улы бик етди өҫтөнлөклө йүнәлеште билдәләне: 2030 йылға Башҡортостан яһалма интеллектты индереү буйынса Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге исемлегенә керергә тейеш. Әле беҙ 16-сы урындабыҙ. Был беҙҙең барыһын да нулдән башлауыбыҙҙы аңлатмай – республикала нигеҙ яҡшы. Бөгөн үк яһалма интеллект медицинала ҡулланыла: КТ, МРТ, рентген һүрәттәрен анализлау, ил буйынса иң яҡшыларҙың береһе тип танылған “Һанлы ФАП” проекты. 2023 йылдан республиканың фәнни һәм белем биреү ойошмалары яһалма интеллект өлкәһендә 38 технология булдырҙы, уларҙың егермеһе инде реаль секторҙа – сәнәғәттә, ауыл хужалығында, социаль өлкәлә эшләй. Ә хәҙер иғтибар мәғарифҡа – мәктәп һәм юғары белем биреүгә лә йүнәлтелә.
– Өфөләге юғары уҡыу йорт-ара кампус базаһында Яһалма интеллекттың төбәк үҙәге булдырыла. Был ниндәй структура?
– Был – бизнес һәм дәүләт ведомстволарынан килгән заказсылар өсөн “мөмкинлектәр тәҙрәһе”. Үҙәк Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы бөтә университеттарҙың һәм фәнни ойошмаларҙың көсөн берләштерәсәк. “Бер тәҙрә” принцибы, кампус инфраструктураһына инеүҙең берҙәм ҡағиҙәләре сәнәғәтте, телемедицинаны, агросәнәғәт комплексын һәм киберхәүефһеҙлекте һанлы трансформациялау бурыстарын системалы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Координацияны Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты менән республиканың һанлы үҫеш министрлығы тарафынан булдырылған проект офисы тормошҡа ашыра. Эште быйыл башлау планлаштырыла.
“Хакатон” мөмкинселектәр аса
– Ә Стәрлетамаҡта ниндәй эштәр алып барыла?
– Беҙҙең ҡалаға килгәндә, ноябрь айҙарында инде 11 тапҡыр “Кибер-102” хакатоны уҙғарыласаҡ. Бында ҡатнашыусылар өс көн дауамында туҡтауһыҙ рәүештә бизнес һәм дәүләт өсөн реаль IT-проекттар әҙерләй. Партнер-компаниялар һәм эш биреүселәр ярыш барышында уҡ талантлы белгестәрҙе һайлап ала һәм уларға стажировка йәки эш тәҡдим итә. Әйткәндәй, быйыл “Кибер-102” хакатоны милли премияға лайыҡ булды.
– Ә һеҙҙең факультет кимәлендә нимәләр бара? Сөнки һеҙ был тема менән бер генә көн түгел, ә күптән шөғөлләнәһегеҙ.
– Беҙ 2021 йылдан алып яһалма интеллект өлкәһендә кадрҙар әҙерләйбеҙ. Беҙҙә “Яһалма интеллект һәм мәғлүмәттәрҙе анализлау” программаһы тормошҡа ашырыла һәм былтыр ошо йүнәлеш буйынса белгестәрҙең тәүге сығарылышы булды. Ләкин беҙ тик ҡулланыусылар роле менән генә сикләнмәйбеҙ – яһалма интеллект нигеҙендә һанлы продукттарҙы үҙебеҙ эшләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм студенттарыбыҙ төрлө контентты эшкәртә алған үҙ нейроселтәрҙәрен булдырыу өҫтөндә эшләй.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Стәрлетамаҡта беҙ үткәргән “Кибер-102” юбилей Бөтә Рәсәй хакатонында ҡатнашыусылар нәҡ ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм интеллектуаль системалар – чат-боттар, нейроселтәрҙәр эшләү буйынса бурыстарҙы хәл итте. Мәсьәләләр кимәле юғары ине һәм беҙҙең студенттарыбыҙ менән уҡыусыларыбыҙ уларҙы үтәргә әҙер булыуҙарын тағы бер ҡат иҫбатланы. Мәҫәлән, ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Богдан Глуховцев үҙенең ҡустыһы Егор менән бер миллион һумлыҡ сертификат еңделәр. Богдан тағы ла яһалма интеллект буйынса милли олимпиадала еңеүсе булды һәм уға үҙе һайлаған юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирелде. Ул беҙҙең факультетты һайланы.
Етештереүсе булырға тейешбеҙ!
– Хакатон – студенттар өсөн яҡшы. Ә ябай мәктәптәргә яһалма интеллект ҡағылыр?
– Радий Хәбиров “Ос!” (“Взлетай!”) мәғариф форумында мәктәп белеменә яһалма интеллект элементтарын индереү буйынса комплекслы эш башланыуы тураһында асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Күрһәтмә аныҡ: министрлыҡтар һәм ведомстволар йүнәлештәрҙе билдәләргә һәм һанлы трансформация программаларын тәҡдим итергә тейеш. Мәктәптәргә, педагогтарҙы әҙерләүгә, һанлы технологиялар менән бәйле өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә айырым иғтибар бүленә. Әммә белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә төп роль уҡытыусыла ҡалырға тейеш. Яһалма интеллект – ул ҙур ярҙамсы, ә педагогты алмаштырыусы түгел.
– Күп ата-әсәләр мәктәп бала экран алдында ғына ултыра торған нейроселтәрҙәр йыйылмаһына әйләнмәҫме, тип тә борсола...
– Мин был борсолоуҙы аңлайым һәм ул өлөшләтә нигеҙле – тик технологияларҙы уйламайынса ҡулланғанда ғына. Дөрөҫ ҡараш икенсе төрлө. Яһалма интеллект тест тикшереүҙе, баһалауҙы анализлауҙы, индивидуаль мәсьәләләр һайлауҙы үҙ өҫтөнә ала ала. Уҡытыусы механик эштән азат ителә һәм төп нәмәгә – тере аралашыуға, һәр уҡыусыны күреүгә ваҡыт таба. Икенсе яҡтан яһалма интеллект балаларҙы насар контенттан айырырға, һорауҙарына тиҙ генә яуап табырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, минең Арсен улым яһалма интеллект ярҙамында астрономия менән ҡыҙыҡһына башланы, хәҙер күк йөҙөн, йондоҙҙарҙың исемен һәм башҡа нәмәләрҙе үҙебеҙгә өйрәтә.
– Һеҙ Белорет ҡалаһында үткән “ИТ-кадрҙар әҙерләүҙә яһалма интеллекттың роле” тигән доклад менән педагогия уҡыуҙарында сығыш яһанығыҙ. Нейроселтәрҙәр булған донъяла “айтишниктарҙы” нисек әҙерләргә? – Был һорауҙы һәр ИТ-факультет деканы үҙенә бирә. Минең яуабым: яһалма интеллект фундаменталь әҙерлек кәрәклеген юҡҡа сығармай. Математика, алгоритмдар, мәғлүмәт структуралары – былар барыһы ла нигеҙ булып ҡала. Ләкин компетенцияларҙың яңы ҡатламы барлыҡҡа килә: яһалма интеллект өсөн бурыстар ҡуя белеү, генерацияланған кодты тикшереү һәм камиллаштырыу. Беҙҙең факультетта беҙ инде диплом проекттарында яһалма интеллект ҡоралдарын ҡулланабыҙ – студенттар яңыса эшләргә өйрәнә. Юғары уҡыу йортоноң бурысы – уны дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәтеү.
– Һеҙ сит ил нейроселтәрҙәрен ҡулланыуҙың хәүефле булыуы тураһында әйттегеҙ. Конкрет рәүештә ниндәй хәүеф бар?
– Төп хәүеф – һанлы эҙ (цифровой след). Кеше популяр сит ил нейроселтәрҙәрен – америка, ҡытай – менән эшләгәндә, унда шәхси мәғлүмәттәр, төп мәғәнәлә әйткәндә, үҙенең фекерләү үҙенсәлектәрен индерә. Беҙҙең “һанлы мейебеҙҙең” күсермәһе сит ил иҫәпләү ҡеүәттәрендә һаҡлана. Бының киләсәктә ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге – етди уйланыуҙы талап иткән тема. Шуға күрә үҙебеҙҙең илдең ҡарарҙарын эшкәртеү – ул абруй мәсьәләһе түгел, ә хәүефһеҙлек мәсьәләһе. Һәм Башҡортостан бында ҡулланыусы ғына түгел, ә етештереүсе булырға тейеш. Ярҙамсы ғына булып ҡала!
– Республикала башҡорт телен яһалма интеллект системаһына индереү буйынса ла эш алып барыла. Был турала нимә әйтә алаһығыҙ?
– Был бик кәрәк тип уйлайым. Үткән йылдың аҙағынан Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә әүҙем эш алып барыла. Унда республиканың Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт телен үҫтереү фонды ҡатнаша. Тел базаларын формалаштырыу өсөн башҡорт әҫәрҙәрен ҡулланыуҙы көйләүсе хоҡуҡи нормалар инде эшләнгән. Һанлы үҫеш министрлығы был мәғлүмәттәр өсөн үҙәкләштерелгән һаҡлағыс булдыра. “Һомай” аҡыллы колонкаһы, ҡушымталар – быларҙың барыһы ла бар инде. Яһалма зиһенде башҡортсаға өйрәтеү – тимәк, телдең һанлы мөхиттә киләсәген тәьмин итеү. Бынан тыш тел һанлы донъянан ситтә ҡалыу хәүефе аҫтында, ә беҙ быға юл ҡуя алмайбыҙ.
– Республиканың биш алдынғы юғары уҡыу йорто йыл һайын һанлы иҡтисад өсөн мең ярым белгес сығара. Был республикаға етәме?
– Әгәр маҡсат – лидерҙар тиҫтәһенә инеү тураһында һүҙ бара икән, һанды арттырырға кәрәк. Ләкин һан ғына мөһим түгел. Сифат –бына төп критерий. Беҙҙең сығарылыш студенттары корпоратив программаларға бара, сәнәғәттең реаль бурыстары менән эшләй. Факультетыбыҙҙа студенттар беренсе курстан уҡ проекттарға йәлеп ителә. Хакатондар, стартаптар, бизнес-партнерҙар менән эшләү – быларҙың барыһы ла уҡыуҙың бер өлөшө.
– Һеҙ хәҙер үҙ тормошон ИТ-тармаҡ менән бәйләргәме, юҡмы икәнен уйлап йөрөгән уҡытыусыға нимә тиер инегеҙ?
– Мин былай тиер инем: нейроселтәр һеҙҙе алмаштырыр тип ҡурҡмағыҙ. Нейроселтәр булдыра алмаған нәмәләргә өйрәнмәүҙән ҡурҡығыҙ. Технологиялар бик тиҙ үҙгәрә, һәр яңыртыу артынан өлгөрөп булмай. Әгәр һеҙ фекер йөрөтөргә, бурыстар ҡуйырға һәм яңы шарттарға яраҡлашырға өйрәнһәгеҙ – һеҙ һәр ваҡыт кәрәк буласаҡһығыҙ. Ә яһалма интеллект бары тик һеҙҙең ярҙамсығыҙ ғына булып ҡаласаҡ. Көслө, тиҙ, ҡайһы саҡта хатта ғәжәпләндерерлек – әммә барыбер ярҙамсы.
– Руслан Халиҡович, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо. Автор һәм мәҡәлә геройының шәхси архивы фотолары.