Ашҡаҙар
+13 °С
Ясно
Общие статьи
24 Сентября , 11:51

"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"

Стәрлетамаҡтағы йылы сентябрь көнө үҙенең айырым мөхите менән иҫтә ҡалырлыҡ булды.

"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!""Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"

Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты һәм Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия Алтай республикаһының В.К. Плакас исемендәге Республика гимназия делегацияһын ихлас ҡаршы алды. Ҡатун йылғаһы буйҙарынан килгән ҡунаҡтар, үҙҙәре менән тау елдәренең һулышын алып килгәндәй, бында, башҡорт еренең йөрәгендә, икенсе бер бөйөк йола— «Урал батыр» эпосы менән осрашты.
Осрашыу ысын мәғәнәһендә йәнле һәм йылы үтте. Ҡунаҡтар өсөн лицейҙың һәм гимназияның яҡты, уңайлы кластары буйлап экскурсия үткәрҙеләр, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалған уҡыу йортоноң тормошо менән таныштырҙылар. Һәр кабинеттың — үҙ тарихы: шағирҙарҙың портреттары менән стендтар, ижади эштәр күргәҙмәләре. Ҡунаҡтар барыһын да ҡыҙыҡһынып ҡараны, һорауҙар бирҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Тағы ла ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында «Урал батыр» эпосын өйрәнеү өсөн махсус кабинет асылды. Был боронғо эпос юлдары йәнләнгән киңлек. Класта эпосҡа арналған иллюстрациялар, геройҙарҙың хәрәкәт маршруты картаһы, төрлө телдәргә тәржемә ителгән "Урал Батыр"эпосы китаптары урын алған.
Артабан ҡунаҡтар Жәлил Кейекбаев музейында булды, гимназия һәм музей тарихы, атаҡлы тюрколог Жәлил Кейекбаевтың ғилми һәм ижади хеҙмәттәре менән танышты. Шулай уҡ Шайморатов кластары уҡыусылары ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең кабинетына саҡырҙы һәм үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сығарылыш класы уҡыусылары менән әңгәмә ойошторолдо һәм киләсәккә пландар тураһында һүҙ барҙы.Гимназияның балалар баҡсаһындағы бәләкәстәрҙең шиғырҙары,йырҙары барыһын да хайран ҡалдырҙы.
- Гимназиялағы этномәҙәни мөхиттең үҙенсәлекле системаһы беҙҙе һоҡландырҙы. Һеҙҙең зирәк балаларығыҙҙың телде яҡшы белеүҙәре һәм уны иркен ҡулланыуҙары күңелебеҙҙе арбаны, афарин! Бындай тәрбиә һәм белем алған йәш быуын менән башҡорт халҡы — был серле зәңгәр күк аҫтында мәңге йәшәр халыҡ!,- тине Алтайҙан килгән ҡунаҡтарҙың береһе Айжан Иркитова.
Әммә был көндөң иң тулҡынландырғыс мәле 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыларының ижади бүләге булды: улар ҡунаҡтарға «Урал батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән өҙөктө күрһәтте. Был йәш тауыштарҙа эпостың рухын, уның аҡылын һәм көсөн еткерергә теләүҙәре ишетелә ине. Алтайҙан килгән делегация, тын да алмайынса тыңлап ултырҙы, ә һуңынан балаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Бындай осрашыуҙар бик мөһим, — тип уртаҡлашты ҡунаҡтарҙың береһе. —Мәҙәниәттәребеҙ күп яҡтан оҡшаш: алтайҙарҙа ла, башҡорттарҙа ла нигеҙҙә — ата-бабаларҙы хөрмәт итеү, тәбиғәтте яратыу ята.
3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы ҡунаҡтарға былай тине:
„Урал батыр“ — беҙҙең йөрәгебеҙ, ул — беҙҙең йәнебеҙ. Бала саҡта мин эпосты тылсымлы әкиәт итеп кенә ҡабул итә инем — мауыҡтырғыс, сағыу, мажараларға бай. Ә һуңынан, йылдар үткәс, унда тәрәнерәк мәғәнә ятҡанын аңланым. Урал батыр менән Шүлгән рухы юлдарҙа ғына түгел, ул беҙҙең хәтеребеҙҙә, эштәребеҙҙә, хатта тыуған еребеҙҙә йәшәй. Мотлаҡ Шүлгәнташ мәмерйәһенә барырға кәңәш итәм — унда быуындар бәйләнешен һәм тамырҙарыбыҙҙың көсөн айырыуса ныҡ тояһың».
Көн йылы һүҙҙәр, иҫтәлекле фотолар һәм бәйләнеште өҙмәҫкә тигән вәғәҙәләр менән тамамланды. Ә «Урал батыр» тематик кабинеты инде балаларҙы эпос юлдары буйлап артабан да сәйәхәткә алып барыр өсөн тәүге дәрестәренә көтә

"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
"Башҡорт халҡы,мәңге йәшәр халыҡ!"
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас