Ашҡаҙар
+13 °С
Ясна
Общие статьи
24 Сентябрь , 10:44

Күп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағында

Дәүләт хеҙмәттәрен алыу түҙемлек һынауына әйләнеүҙән туҡтап, ябай һәм аңлайышлы процесҡа әүерелһә, был — ҙур системалы эштең һөҙөмтәһе. Стәрлетамаҡтың Күп функциялы үҙәгенең ҡала халҡына нисек ярҙам итеүе, уларҙы мутлашыусыларҙан һаҡлауы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә терәк булыуы һәм мөһим дәүләт бурыстарын үтәүгә әҙерләнеүе хаҡында “Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалы мөдире Эльза Роберт ҡыҙы Ваһапова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Күп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағындаКүп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағында
Күп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағында

— Эльза Робертовна, бөгөн Күп функциялы үҙәктәр — белешмәләр алыу өсөн “тәҙрәләр” генә түгел. Был система ниндәй юл үтеүе һәм уның төп миссияһы нимәлә булыуы хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине?

— Ысынлап та, 15 йылдан ашыу элек уникаль проект башланғайны, һәм был ваҡыт эсендә тәүге пилот офистарынан алып ҡеүәтле, юғары технологиялы селтәргә тиклем ҙур юл үтелде. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала: хеҙмәттәр алыуҙы граждандар өсөн ябай, уңайлы һәм ҡулланырлыҡ итеү. Бында беҙгә республика, муниципалитеттар һәм профилле ведомстволар етәкселегенең ярҙамы ҙур: улар арҡаһында заманса технологияларҙы индереү һәм клиенттарға йүнәлтелгән ҡарашты үҫтереү мөмкинлегенә эйәбеҙ.

— Стәрлетамаҡ филиалы был системаға һиҙелерлек өлөш индерә. Һеҙҙең эшегеҙҙең күләмен ниндәй һандар һәм факттар яҡшыраҡ сағылдыра?

— Беҙҙең офистарҙа Стәрлетамаҡ халҡына 525 хеҙмәт күрһәтелә — был бик киң спектр. Күп функциялы үҙәктең мөһим өҫтөнлөгө шунда: бер юлы бер- нисә хеҙмәтте рәсмиләштерергә мөмкин. Мәҫәлән, бала тыуғанда ата-әсәләр бер килеүҙә үк СНИЛС, ИНН, мотлаҡ медицина страховкалау полисын алыуға документтар тапшыра, сабыйҙы йәшәү урыны буйынса теркәй, балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуя һәм тейешле пособиеларҙы рәсмиләштерә ала. Быйыл беҙ өҫтәмә рәүештә 20-гә яҡын яңы хеҙмәт индерҙек — улар граждандарҙың ихтыяждарын бер урында хәл итергә ярҙам итә.

— Хеҙмәттәр йышыраҡ һанлы форматҡа күсә. Стәрлетамаҡ халҡы электрон сервистары ни тиклем әүҙем файҙалана?

— Бөгөн Күп функциялы үҙәктәге мөрәжәғәттәрҙең 13 проценты “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) порталы аша рәсмиләштерелә. Был республиканың һанлы үҙгәрешенә мөһим өлөш булып тора. Электрон хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген генә биреп ҡалмайбыҙ, шулай уҡ һанлы остаз ролен дә үтәйбеҙ: кешеләргә сервистарҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатабыҙ, ярҙам итәбеҙ һәм уның ни тиклем уңайлы булыуын да күрһәтәбеҙ.

— Һанлаштырыу менән бер рәттән мутлашыу хәүефе лә арта.

Күп функциялы үҙәктәр ҙә (МФЦ) граждандарҙы һаҡлау өсөн нимә эшләнелә?
— Был хәүефте яҡшы аңлайбыҙ һәм кешеләр муттар тоҙағына эләкмәһен өсөн тотош бер саралар комплексын тормошҡа ашырабыҙ. Беҙҙең теләһә ниндәй офиста кредиттарға үҙ-үҙеңә тыйыу һалырға, артыҡ сим-карталар рәсмиләштереүҙе сикләргә, күсемһеҙ милекте хужаһының ҡатнашлығынан тыш килешеүҙәрҙән һаҡларға мөмкин. Ә 1 сентябрҙән тағы бер мөһим хеҙмәтте — ҡомарлы уйындарҙа ҡатнашыуҙы тыйыу тураһында ғаризалар ҡабул итә башланыҡ. Был — шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм граждандарҙың финанстарын һаҡлауҙың өҫтәмә ҡоралы булып тора.

— Тағы ла айырым бер тема — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам. Күп функциялы үҙәк әлеге категория кешеләренә нисек ярҙам итә?
— Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2022 йылда уҡ башлаған был эште дауам итәбеҙ. Ул саҡта ни бары ете ярҙам сараһы бар ине, ә бөгөн “бер тәҙрә” режимында улар инде 70-кә етте. МХО-ла ҡатнашыусы ниндәй сараларға хоҡуҡлы икәнен тиҙерәк аңлаһын өсөн, беҙҙең сайтта шәхси мәғлүмәт биреү сервисы эшләй. Бынан тыш, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ: бергәләп төрлө саралар үткәрәбеҙ һәм яугирҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле документтарҙы ла әҙерләйбеҙ.

— Үткән Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа күп функциялы үҙәктең роле ниндәй булды?
— Күп функциялы үҙәк һайлау комиссияһының ышаныслы партнеры булып тора. 18-20 сентябрҙә республикала үтәсәк Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар алдынан, 14 сентябргә тиклем (шул көндө лә индереп) беҙҙең бөтә офистарҙа ла һайлау таныҡлығын
(открепительное удостоверение) рәсмиләштерергә мөмкин булды. Был граждандарға, хатта тауыш биреү көнөндә теркәлгән урында булмаһалар ҙа, үҙҙәренең һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырырға ярҙам итте.

— Технологиялар бөгөн тик хеҙмәттәр күрһәтеүҙә генә түгел, ә кешеләргә кәңәш биреүҙә лә ярҙам итә. Дистанцион сервистар тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
— Дистанцион сервистарҙы үҫтереү — беҙҙең эштең иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Контакт-үҙәктә хәҙер тауышлы робот-ярҙамсы эшләй, ә МАХ мессенджерында чат-бот әүҙем үҫешә. Бының арҡаһында граждандар тәүлек әйләнәһенә кәңәш ала, документтарҙың статусын тикшерә, ҡабул итеүгә яҙылыуҙы идара итә, хеҙмәтләндереү сифатын баһалай һәм хатта Күп функциялы үҙәктең эшен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерә ала. Был операторҙарға йөкләмәне һиҙелерлек кәметә һәм сервисҡа инеү мөмкинлеген арттыра.

— Халыҡтан килгән кире бәйләнеш — һәр ваҡыт мөһим. Граждандарҙың һорауы яңы хеҙмәттең барлыҡҡа килеүенә килтергән осраҡтар булғаны бармы.
— Ысынлап та, бына яңыраҡ — 14 йәшкә тиклемге балаларға гражданлыҡ тураһында билдә ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итә башлағайнылар. Белеүегеҙсә, хәҙер был билдә бөтә ерҙә лә талап ителә, һәм ғариза биреүселәр быға бер-нисә тапҡыр иғтибар итте. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән был мәсьәләне тиҙ арала хәл иттек һәм бөгөн был хеҙмәт беҙҙең бөтә офистарҙа ла бар. Кешеләрҙе ишетеү һәм уларҙың ихтыяждарына тиҙ яуап биреү беҙҙең өсөн бик мөһим.

— Ниндәй уңыштар һәм ҡаҙаныштар менән айырыуса ғорурланаһығыҙ?
— Республиканың Күп функциялы үҙәктәре селтәре хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге иң һөҙөмтәлеләр иҫәбенә инә — быны күп һанлы федераль наградалар раҫлай. Беҙҙең ҡала офистары “Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк” Бөтә Рәсәй конкурсында төбәк селтәрен тәҡдим итеп, бер нисә тапҡыр биш иң яҡшыһы иҫәбенә инде. Айырым беҙҙең “йондоҙсоғобоҙ” Кристина Мортазинаға туҡталып үтке килә. Ул 2024 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы универсаль Күп функциялы үҙәк белгесе исеменә лайыҡ булды. Ә ағымдағы йылдың иң мөһим ваҡиғаһы булып уңыштарыбыҙҙың иң юғары кимәлдә танылыуы торҙо: 25 августа, учреждениеның 15 йыллығына арналған тантаналы сарала БР Башлығы Радий Фәрит улы командабыҙға күрһәткән хеҙмәтебеҙ өсөн шәхсән рәхмәт белдерҙе. Хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының Почёт грамоталары менән бүләкләнде — был уларҙың көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

— Күп функциялы үҙәктәрҙе артабан нимә көтә? Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
— Яңы ҡарарҙар индереүҙе, процедураларҙы ябайлаштырыуҙы һәм хеҙмәттәребеҙҙе беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр кем өсөн тағы ла уңайлыраҡ итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бурысыбыҙ — граждандар өсөн ышаныслы терәк булып ҡалыу, уларға төрлө тормош мәсьәләләрен тиҙ һәм хәүефһеҙ хәл итергә ярҙам итеү.
 
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Күп функциялы үҙәге ҡала халҡының һорауҙарына тиҙ яуап биреүсе тере механизм, бында технологиялар, кешеләргә ҡарата иғтибар һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау бергә атлай.
Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо.
Фотолар Эльза Ваһапованың шәхси архивынан алынды. 

Күп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағында
Күп функциялы үҙәк: уңайлы хеҙмәтләндереү һәм хәүефһеҙлек һағында
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас