Ашҡаҙар
-1 °С
Снег
Общие статьи
3 Октября , 05:56

ТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘ

Стәрлетамаҡ — тимер юл маршруттары киҫешкән, шулай уҡ һыуһаҡлағыстарҙа бәләкәй суднолар әүҙем ҡулланылған, еңел авиация үҫешкән ҡала.Транспорт инфраструктураһының тотҡарлыҡһыҙ эшләп тороуын һәм кешеләрҙең үҙҙәрен хәүефһеҙ тойоуын Волга буйы транспорт прокуратураһының Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы күҙәтә. Ведомство алдында ниндәй бурыстар тороуы, ниндәй хәүефтәр менән көрәшергә тура килеүе һәм транспорт объекттарында граждандарҙың хоҡуҡтары нисек яҡланыуы тураһында юстицияның өлкән советнигы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының транспорт прокуроры Павел Владимирович ШУШЛЯЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘ
ТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘ

— Павел Владимирович, транспорт прокуратураһы ғәҙәти территориаль прокуратуранан нимәһе менән айырыла һәм һеҙҙең яуаплылыҡ зонаһына ниндәй объекттар инә?

— Прокуратура органдары системаһына территориаль прокуратураларҙан тыш, махсуслашҡан прокуратуралар ҙа инә — транспорт прокуратураһы ла шулар иҫәбендә. Беҙ тимер юл, һауа һәм һыу транспорты объекттарында федераль закон үтәлешенә, енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлегенә, шулай уҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын, иректәрен һәм мәнфәғәттәрен һаҡлауға күҙәтеү алып барабыҙ. Беҙҙең яуаплылыҡ зонаһына Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең бер өлөшө инә. Эшебеҙҙең тағы бер мөһим йүнәлеше — таможня закондарын үтәүгә күҙәтеү. Шул уҡ ваҡытта автомобиль транспорты сегменты беҙҙең эшмәкәрлек өлкәһенә инмәй. Төбәктәге һыу объекттары нигеҙҙә бәләкәй суднолар менән генә сикләнә, сөнки беҙҙә ҙур суднолар йөрөрлөк йылғалар юҡ. Һауа транспортына килгәндә, былар — еңел авиация суднолары, гражданлыҡ маҡсатында ҡулланылған пилотһыҙ осоу аппараттары, шулай уҡ Күмертау ҡалаһы янындағы эксперименталь авиация аэродромы. Әммә эшебеҙҙең иң ҙур өлөшө — тимер юл транспорты.

— Ә тимер юл өлкәһендә һеҙ нимәне контролдә тотаһығыҙ?
— Беҙ “Рәсәй тимер юлдары” (РЖД) асыҡ акционерҙар йәмғиәте подразделениелары, вокзалдарҙағы, станцияларҙағы, туҡталыш пункттарындағы эшҡыуарҙар, дөйөм һәм дөйөм булмаған файҙаланыуҙағы тимер юлдарҙың торошо өҫтөнән күҙәтеү алып барабыҙ. Беҙҙең контролдә — хәрәкәт итеү составын ремонтлаусы, ҡорамалдар һәм вагондар элементтарын етештереүсе һ.б. кешеләр. Тимер юл киҫелештәрен тотоу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләбеҙ. Тимер юл — хәүефле урын: ҡағиҙәләрҙең хатта иң бәләкәй боҙолоуы ла фажиғәгә килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандарҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары бик күп. Төп сәбәптәр — тимер юлдарҙағы ҡағиҙәләрҙе үтәмәү һәм водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу.

— Яңыраҡ ҡына үткәрелгән тикшереү һәм уның һөҙөмтәләре тураһында миҫал килтерә алаһығыҙмы?
— Әлбиттә. Бына мәҫәлән, күптән түгел Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы инфраструктура объекттарын тотоу ваҡытында тимер юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге  ураһындағы закон талаптарының үтәлешенә тикшереү үткәрҙе. Тикшереү барышында беҙ ҡаланың Техник урамындағы юл үткәргестә поездар һәм автомобилдәр хәрәкәте хәүефһеҙлегенә янаған етешһеҙлектәр булыуын асыҡланыҡ. Юл үткәргестең хужаһы — ҡала хакимиәте. Уны ремонтлау буйынса тейешле саралар күрмәгәс, транспорт прокуроры судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итте. Талаптар ҡәнәғәтләндерелде: ҡала хакимиәте юл үткәргесте ремонтларға бурыслы тип танылды.

— Бөгөн транспорт инфраструктураһы өсөн ниндәй хәүефтәр иң көнүҙәк булып тора?
— Мутлашыусыларҙың ҡорбандары һәм аҡса эшләргә теләп, транспорт объекттарында теракттар ҡылырға маташыусылар етди проблема тыуҙыра. Күп осраҡта енәйәтселәр ауына тормошта ауыр хәлдә ҡалған граждандар тап була. Социаль селтәрҙәрҙә “эш” тәҡдим иткән кураторҙарҙың ҡармағына йыш ҡына йәштәр һәм үҫмерҙәр эләгә. Уларҙы релей шкафын яндырыу йәки башҡа диверсия өсөн еңел аҡса вәғәҙә итеп ҡыҙыҡтыралар. “Эш биреүселәр” бының бары тик ваҡ хулиганлыҡ ҡына булыуын һәм уның өсөн бер ниндәй ҙә яза булмаясағын белдерә. Ә ысынында иһә, диверсия өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 281- се статьяһы буйынса ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүгә тиклем етди енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

— Һеҙ был хәүеф менән нисек көрәшәһегеҙ?
— Транспорт прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың белем биреү учреждениеларында һәм хеҙмәт коллективтарында даими рәүештә профилактик әңгәмәләр үткәрә. Беҙ вербовкалаусылар менән теләһә ниндәй бәйләнешкә инеү һәм ут төртөү юлы менән аҡса эшләргә маташыу — үҙеңдең ғүмереңә ҙур нөктә ҡуйыу менән тиң икәнлеген аңлатабыҙ.

— Һеҙ һыу транспортын телгә алдығыҙ. Бәләкәй судноларҙы ҡулланыу нисек контролдә тотола, ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле?
— Республика халҡының шәхси ҡулланыуында 19 меңдән ашыу бәләкәй судно бар. Беҙҙең транспорт төбәгендә улар Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарында әүҙем ҡулланыла һәм унда закон талаптарының үтәлеше даими контролдә тора. Тикшереүҙәр башланғандан алып, теркәү һәм йөҙөү сараларын ҡулланыу талаптарын боҙған өсөн Мәләүез районының Нөгөштәге махсус туҡталышҡа 9 бәләкәй судно урынлаштырылды. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, 2025 йылдың 1 сентябренән бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһында ауырлығы 200 килограмдан ашыу һәм моторының ҡеүәте 8 киловаттан юғары булған суднолар теркәлергә тейеш.

— Бер йыл эсендә күпме хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды һәм иң күбеһе ҡайһы өлкәлә?
— Ағымдағы йылдың һигеҙ айында беҙ 317 хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡланыҡ, уларҙың 304е — транспорт өлкәһендә. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күпселеге кеше һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен үтәүгә, шулай уҡ таможня өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле.

— Эш күләмен иҫәпкә алғанда, бөтә бурыстарҙы үтәү өсөн хеҙмәткәрҙәр етәме?
— Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы коллективы өс оператив хеҙмәткәрҙән тора, шуға күрә һәр хеҙмәткәрҙең эше бик күп. Ләкин бындай шарттарҙа, ниндәй генә өлкәне алһаҡ та, һәр береһендә тиҙ арала аңларға өйрәнәһең — беҙҙең белгестәр универсаль. Беҙ транспорт комплексы һәйбәт режимда эшләһен, кешеләр хәүефһеҙлектә булһын һәм уларҙың хоҡуҡтары яҡланһын өсөн эшләйбеҙ. Был — беҙҙең төп бурысыбыҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Павел Владимирович, эшегеҙҙә уңыштар!
Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо. Фотолар Павел Шушляевтың шәхси архивынан алынды.

ТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘ
ТРАНСПОРТТА ИМЕНЛЕК — БЕҘҘЕҢ ТӨП БУРЫСЫБЫҘ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас