

Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итте.
Тәү сиратта йылылыҡ социаль учреждениеларға — балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә бирелә. Торлаҡ фондына йылылыҡ 5 октябрҙән, бирелгән ғаризалар нигеҙендә, бирелә башланы.
«Ҡала йылылыҡ биреүҙе башланы, әммә объектив сәбәптәр арҡаһында был бер мәлдә генә тормошҡа ашмай», — тип аңлатты Эмиль Шәймәрҙәнов.
Ул билдәләүенсә, йылытыу системаһын ебәреү — технологик яҡтан ҡатмарлы процесс. Йылылыҡ йорттарға яйлап килә, белгестәр эске йорт системаларының эшен тикшерә һәм биреү параметрҙарын көйләй. Процесс барышында техник етешһеҙлектәр: һауа тулыу, айырым участкаларҙағы урындағы төҙөкһөҙлөктәр асыҡланырға мөмкин. Бөтә проблемаларҙы ла идара итеүсе ойошмалар һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе предприятиелар хәл итә.
Хакимиәт башлығы халыҡты әҙерәк сабыр булырға саҡырҙы.
«Әгәр һеҙҙең йортта йылылыҡ әле булмаһа, был йорт тураһында оноттолар тигәнде аңлатмай. Эштәр бара, ғаризалар ҡабул ителә һәм эш тәртибендә хәл ителә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Төп бурыс — ҡаланың бөтә йорттарында ла йылытыу системаһының тотороҡло һәм сифатлы эшләп китеүен тәьмин итеү. Белгестәр йылылыҡтың һәр йортҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барып етеүе өсөн эштәрен дауам итә.
Сығанаҡ: Эмиль Шәймәрҙәновтың ВК сәхифәһе.