Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Общие статьи
7 Октября , 14:33

Беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ

Стәрлетамаҡ сәнәғәт ритмында йәшәй: бында көн һайын ҙур производстволар эшләй, яңы цехтар үҫешә, заманса линиялар сафҡа инә. Әммә һәр уңышлы проект, һәр тонна продукция һәм һәр индерелгән ҡарар артында кешеләр — инженерҙар, технологтар, конструкторҙар тора. Уларҙы Өфө дәүләт нефть техник университетының химия технологиялары һәм инжиниринг институтының Стәрлетамаҡ филиалында әҙерләйҙәр, был уҡыу йорто күптән инде ябай юғары уҡыу йорто ғына түгел, ә ҡаланың ысын терәгенә әүерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙБеҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ
Беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ

Владимир Михайлович ИЛЬИН — ӨДНТУ-ның химия технологиялары һәм инжиниринг институтының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Уның етәкселегендә институт төбәктең алдынғы предприятиелары менән бәйләнештәрен нығытып ҡына ҡалмай, белем биреү траекторияһын да киңәйтә: ӨДНТУ-ның ХТИ структураһында яңы колледж асылды, ул инде тәүге 160 студентын ҡабул итте лә инде. Юғары уҡыу йортоноң сәнәғәт өсөн нисек инженерҙар әҙерләүе, студенттарҙың диплом алғансы уҡ заводтарҙа “үҙ кешеләре” булып китеүҙәре һәм уҡыу аудиторияларындағы “һанлаштырыу” һүҙенең мәғәнәһе хаҡында — Владимир Михайлович менән әңгәмәбеҙҙә.

— Владимир Михайлович, Стәрлетамаҡ — сәнәғәт ҡалаһы, бында эре предприятиелар күп. Филиал улар менән ни тиклем тығыҙ хеҙмәттәшлек итә?

— Сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеү — беҙҙең эштең нигеҙе һәм, арттырып әйтмәйенсә, институттың инженер мәктәбе булараҡ йәшәү мәғәнәһе. Беҙ ҡаланың һәм төбәктең төп предприятиелары: “Башҡорт сода компанияһы” АЙ, “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы” АЙ, “Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, цемент заводы һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Форматтар төрлө — был маҡсатлы уҡытыу ҙа, практика һәм стажировкалар ойоштороу ҙа, берлектәге ғилми-тикшеренеү проекттары ла. Предприятиелар белем биреү процесында әүҙем ҡатнаша: уларҙың белгестәре лекциялар уҡый, дәүләт имтихан комиссиялары составына инә, остаз булып сығыш яһай. Был формаль партнерлыҡ түгел, ә тере, системалы эш.

— Тимәк, студенттар уҡыу осоронда уҡ предприятиеларҙа “үҙ кешеләре” булып китә?

— Нәҡ шулай. Беҙҙең студенттар етештереү мөхитенә тәүге курстарҙан уҡ сума башлай. Улар реаль объекттарҙа практика үтә, предприятиелар өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булған проекттарҙа ҡатнаша. Иң яҡшылары диплом яҡларҙан алда уҡ стажировкаға, ә һуңынан эшкә саҡырыу ала.

Был — беҙҙең әҙерлек сифатының иң яҡшы күрһәткесе. Предприятиелар егет-ҡыҙҙарҙы эштә күрә, уларҙың оҫталығын, шәхси сифаттарын баһалай — һәм улар файҙаһына һайлау яһай. Беҙҙең өсөн был бик мөһим: беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә етештереү процесын эстән белгән кешеләрҙе әҙерләйбеҙ.

— Ә хәҙер ниндәй йүнәлештәр иң талап ителгәне?

— Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең институтта тормошҡа ашырылған бөтә йүнәлештәргә лә ихтыяж юғары. Һәм, әлбиттә, урта һөнәри белем биреү программаларына ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күрәбеҙ. — Өфө дәүләт нефть техник университетының химия технологиялары һәм инжиниринг институтының колледжына быйыл 160 кеше уҡырға инде, һәм ҡабул итеү әле лә дауам итә.

— Студенттарҙың ғилми эше тураһында һөйләп үтегеҙ әле. Уларға тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бармы?

— Әлбиттә. Ғилми эш — беҙҙең институтта әҙерлектең айырылғыһыҙ өлөшө. Студенттар тәжрибәле остаздар етәкселегендә ысын тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашалар, конференцияларҙа сығыш яһайҙар, мәҡәләләр баҫтыралар, уйлап табыуҙарға патент алалар. Беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар автоматизация, химик технология, экология өлкәһендәге проекттар менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, студенттарыбыҙ эшләгән юл сатын идара итеү системаһы прототибы Рәсәйҙең иң яҡшы 50 ВКР-стартабы исемлегенә инде. Инфраструктураны күҙәтеү өсөн юлсы дрон, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн интеллектуаль оҙатыусы (поводырь) кеүек эшләнмәләр бар. Фәнгә ҡыҙыҡһыныуы булған һәр студент үҙ мөмкинлеген тормошҡа ашыра алһын өсөн беҙ бөтә шарттарҙы ла тыуҙырабыҙ.

— Филиал студенттарға эшкә урынлашыуҙа нисек ярҙам итә?

— Эшкә урынлашыу — беҙҙең белем биреү траекторияһының логик дауамы. Беҙ белгестәрҙе әҙерләп кенә ҡалмайбыҙ, уларға һөнәри юлда үҙ урындарын табырға ярҙам итәбеҙ. Институтта карьераны оҙатыу системаһы эшләй: эш биреүселәр менән осрашыуҙар, вакансиялар йәрминкәләре, предприятиелар презентациялары, шәхси консультациялар үткәрелә. Төбәктең алдынғы компаниялары булған партнерҙарыбыҙ даими рәүештә стажировкалар һәм эш тәҡдим итеп беҙгә киләләр. Бынан тыш, маҡсатлы уҡытыу студенттарға уҡыу осоронда уҡ, ҡайҙа эшләйәсәктәрен белергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең сығарылыш студенттарының күпселеге уҡыуҙы тамамлау менән үк үҙ һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлаша.

— Хәҙер һанлаштырыу, яңы технологиялар тураһында күп һөйләйҙәр. Филиал был үҙгәрештәргә нисек ҡарай?

— Һанлаштырыу — был ябай ғына тренд түгел, был беҙ йәшәгән һәм эшләгән ысынбарлыҡ. Беҙ уҡыу процесына һанлы ҡоралдарҙы әүҙем индерәбеҙ: онлайн-платформаларҙы, электрон китапхана системаларын, дистанцион уҡытыу системаларын ҡулланабыҙ. Уҡыу программаларына автоматлаштырыу, сәнәғәт әйберҙәр интернеты (IIoT), ҙур мәғлүмәттәр (Big Data) менән эшләү буйынса курстар индерелгән. Беҙҙең уҡытыусылар һанлы технологиялар өлкәһендә квалификацияларын күтәрәләр. Бынан тыш, беҙ матди-техник базаны үҫтерәбеҙ: компьютер кластарын яңыртабыҙ, заманса программа тәьминәте һатып алабыҙ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың тиҙ үҙгәреп торған хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле булыуҙары өсөн эшләнә.

— Филиал абитуриенттарға һәм уларҙың ата-әсәләренә йүнәлештәрҙә аңлашырға һәм ҡайҙа уҡырға инергә кәрәклеген аңларға нисек ярҙам итә? Экскурсиялар, асыҡ ишектәр көндәре, онлайн-ресурстар бармы?

— Әлбиттә, беҙ асыҡ ишектәр көндәре, лабораториялар буйлап экскурсиялар, мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарабыҙ. Беҙ ата-әсәләр менән дә әүҙем эшләйбеҙ: асыҡ ишектәр көндәре үткәрәбеҙ, мәктәптәрҙәге ата-әсәләр йыйылыштарына барабыҙ, унда әҙерлек йүнәлештәре, уҡырға инеү шарттары, эшкә урынлашыу перспективалары тураһында ентекләп һөйләйбеҙ. Беҙҙең рәсми сайт һәм социаль селтәрҙәребеҙ бар, унда бөтә кәрәкле мәғлүмәт баҫылып бара. Бынан тыш, беҙ шәхси консультациялар өсөн һәр ваҡыт асыҡбыҙ — абитуриенттар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә ҡабул итеү комиссияһына килеп, бөтә һорауҙарына яуап ала ала. Ҡаланың 10-сы мәктәбендә ӨДНТУ-ның профилле кластары булдырылған — был да системалы һөнәри йүнәлеш эшенең бер өлөшө.

— Уҡыуҙан һәм фәнни эштән тыш, студенттар өсөн тағы ниндәй шөғөлдәр бар: спорт, ижад, ирекмәнлек?

— Беҙҙә студенттар тормошо — был тик лекциялар һәм лаборатория эштәре генә түгел. Шулай уҡ спорт секциялары, ижади коллективтар, ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй. Студенттар ҡала һәм республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, республика форумдарында ҡатнашыусы “Биономикс” экологик клубында шөғөлләнә. Беҙ студенттарҙың башланғыстарын хуплайбыҙ: кемдеңдер идеяһы бар икән — беҙ уны тормошҡа ашырырға ярҙам итәбеҙ. Студенттарыбыҙ экологик өмәләрҙә, ҡала акцияларында, спорт турнирҙарында әүҙем ҡатнаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала.

— Филиалдың һуңғы йылдағы ҡаҙаныштарынан иң мөһиме тип нимәне атар инегеҙ һәм ни өсөн?

— Иң мөһим ҡаҙаныш тип Өфө дәүләт нефть техник университетының химия технологиялары һәм инжиниринг институтының Стәрлетамаҡ филиалы нигеҙендә колледж булдырыуҙы һәм урта һөнәри белем биреү программаларына уңышлы ҡабул итеүҙе атап үтер инем. Был ни өсөн мөһим? Беренсенән, был беҙҙең мөмкинлектәрҙе киңәйтә: хәҙер беҙ юғары белемле генә түгел, ә урта һөнәри белемле белгестәр ҙә әҙерләйбеҙ. Икенсенән, был хеҙмәт баҙары һорауына яуап булып тора: эшсе һәм техник һөнәрҙәр бөгөн элеккегә ҡарағанда ла кәрәгерәк. Өсөнсөнән, был мәктәп уҡыусылары өсөн яңы траектория булдыра: улар уҡыуҙы колледждан башлап, артабан юғары уҡыу йортонда дауам итә ала.

Колледжыбыҙ үҫешә. Алда — яңы урта һөнәри белем биреү программаларын лицензиялау һәм аккредитациялау. Был — институттың киләсәк йылдарҙағы үҫешен билдәләүсе стратегик аҙым булып тора.

— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Владимир Михайлович! Белгестәр әҙерләүҙә уңыштар һеҙгә, ә студенттар һаны йылдан-йыл арта барһын.

Гөлкәй Ҡыуатова әңгәмәләште.

Фотолар  ӨДНТУ-ның шәхси архивынан.

 

Беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ
Беҙ дипломлы белгестәр генә түгел, ә һөнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас