

— Екатерина Сергеевна, һеҙ йыш ҡына: «тәүҙә ҡаланы үҙең яратырға, ә һуңынан ғына уны ҡунаҡтарға күрһәтергә кәрәк», тип әйтәһегеҙ. Ошо шәхси мөнәсәбәттән аныҡ туристик маршрут нисек барлыҡҡа килә?
— Барыһы ла картанан түгел, ә тойғоларҙан башлана. 2020 йылда дуҫтарым менән ҡапыл шуны тойҙоҡ: ҡалала нимәлер етмәй кеүек, ғәҙәти парктар һәм скверҙар беҙҙең талаптарға яуап бирмәй. Үҙебеҙгә ҡайҙа булыу күңелле, дуҫтарыбыҙҙы ҡайҙа алып килге килә, шуны эҙләй башланыҡ. Ошо шәхси «яратҡан урындарҙан» тәүге маршрут барлыҡҡа килде. Ә инде һуңынан беҙ уны аңлайышлы форматҡа «төрҙөк»: тарихи белешмә, ваҡыт күрһәткесе, фотоға төшөү өсөн нөктәләр, йылынырға йәки ашап алырға ҡайҙа инергә тигән варианттар өҫтәнек. Шулай итеп, 2021 йылдан эшләп килгән онлайн-юл күрһәткесебеҙ тыуҙы: был, асылда, ҡалалағы яратҡан урыныбыҙҙы күрһәтеү, тик әҙер бер көнлөк маршрут рәүешендә генә.
— Һеҙ элек Стәрлетамаҡты «Торатау геопаркына ҡапҡа» тип әйтә торғайнығыҙ. Әммә хәҙер туристарҙың ҡалала көнө буйына ҡалыуҙарын теләйһегеҙ. Нимә үҙгәрҙе?
— Эйе, башта беҙ ысынлап та транзит роленә баҫым яһағайныҡ: «ҡалаға инегеҙ, бында инфраструктура, кафе, ҡунаҡханалар бар». Әммә яйлап Стәрлетамаҡтың үҙенең туристик ҡиммәте барлығы асыҡланды. Бөгөн беҙ бының менән ғорурланабыҙ: элек Торатауға барған юлда ҡалала бер-нисә сәғәт кенә булырға планлаштырған ҡунаҡтар хәҙер бында көнө буйы йөрөй, хатта геопаркка ваҡыт та етмәй. Быға яңы форматтар ярҙам итә: мәҫәлән, тарихсы Марат Тикеев менән VR-йәйәүле сәйәхәт. Иҫке майҙанда ҡунаҡтар күҙлек кейеп, Ҡазан соборының, боронғо биналарҙың элек нисек булғанлығын күрә ала. Шулай итеп туристар ҡаланың элекке көнкүрешен күҙ алдына килтерә.
— Туризмды йыш ҡына һандар менән үлсәйҙәр, ә һеҙ кешеләргә: эшҡыуарҙар, һөнәрселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тарихына баҫым яһайһығыҙ. Был «кеше тарихтары» туристик продукттың бер өлөшөнә нисек әйләнә?
— Бик ябай: беҙ уларҙы маршруттарға индерәбеҙ. Иҫке майҙан буйлап барғанда, тик архитектура тураһында ғына түгел, ә боронғо биналарҙы үҙ көстәре менән тергеҙеүсе аныҡ кешеләр хаҡында ла — сауҙагәр Кузнецов йортондағы хәйриәсе Евгения Долгих, «Манявы» рестораны хужаһы Владислав Калачёв, төҙөүселәр Ринат Райманов, Айҙар Рәжәпов һәм сәнәғәтсе Василий Космынин тураһында һөйләйбеҙ. Туристарҙы иң ныҡ ғәжәпләндергәне лә ошо: ҡалала битараф булмаған кешеләрҙең йәшәүе. Хәйриәселек йолалары — беҙҙең айырым үҙенсәлегебеҙ: элек сауҙагәрҙәр мәктәптәр һәм мәсеттәр төҙөгән кеүек үк, хәҙер ҙә заманса эшҡыуарҙар мираҫты һаҡлап ҡала. Был һәр маршрутты йәшәп ҡарағы килгән бәләкәй генә бер тарихҡа әйләндерә.
— «Сәнәғәт туризмы — иң ҡатмарлы йүнәлештәрҙең береһе. Стәрлетамаҡта ниндәй сәнәғәт маршруттары бөгөн ысынбарлыҡта асыҡ, һәм һеҙ ҡунаҡтарға уларҙа ябай цехтарҙы ғына түгел, ә ҡала үҙенсәлегенең бер өлөшөн күрергә нисек ярҙам итәһегеҙ?
— Сәнәғәт маршруты — был «станоктарҙы ҡарап сығыу» ғына түгел. Был — хәүефһеҙлек, технологик карта, һөнәри йүнәлеш биреү. Предприятиелар ишектәрен ҡапыл ғына аса алмай: инфраструктураны әҙерләргә, инструктаж үткәрергә, аңлайышлы сценарий төҙөргә кәрәк. Шуға күрә, маршруттар әлегә аҙ. Хәҙер өсәүһе тотороҡло эшләй: «Шихан» заводының һыра ҡайнатыу цехтары — бында даими рәүештә төркөмдәр, шул иҫәптән башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығына маршрут — беҙ уны 2021 йылда эшләгәйнек, ул әле лә һорау менән файҙалана.
Беҙҙең икмәк комбинаты нигеҙҙә ойошторолған төркөмдәрҙе: мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, делегацияларҙы ҡабул итә.
— Стәрлетамаҡта бик заманса форматтар ҙа барлыҡҡа килә: VR-сәйәхәттәр, стереоскоптар, өс тауышлы аудиогид. Ҡалаға бындай технологиялар ни өсөн кәрәк һәм улар тарихи мөхит менән нисек тап килә?
— Технологиялар тарихты тойомларлыҡ итеү өсөн кәрәк. VR-сәйәхәттәр юғалған Ҡазан соборын үҙ күҙҙәрең менән күреү мөмкинлеген бирә. Рус драма театры буйындағы стереоскоптар ябай күҙ менән күренмәгән деталдәрҙе ҡарарға ярҙам итә. Ә беҙҙең аудиогид — Рәсәйҙәге иң яҡшыларының береһе, тап ошо өс тауыш арҡаһында: һәр береһе тарихтың үҙ өлөшөн һөйләй, һәм был тере аралашыу тәьҫирен тыуҙыра. Заманса турист өсөн факттарҙы ишетеү генә түгел, ә эмоциональ йәһәттән йәлеп ителеү ҙә мөһим. Һәм бындай форматтар тап ошо һөҙөмтәне бирә.
— Екатерина Сергеевна, «Туристик код» тураһында һөйләп үтегеҙ әле — федераль проект ҡаланы эстән һәм тыштан нисек үҙгәртә?
— 2025 йылда «Туристик код» конкурсында еңеү ҡаланың тарихи өлөшөндәге булған инфраструктураны тулыландырырға мөмкинлек бирҙе. Тарихи биләмә сиктәрендә яңы маршрут стелалары һәм мәғлүмәт стендтары ҡуйылды, бронзанан эшләнгән «ҡаҙ бәпкәләре» өҫтәлде, Рус драма театрына һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына яҡтыртыу үткәрелде. Заманса туристик-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа килде — был дәүләт менән шәхси секторҙың хеҙмәттәшлек өлгөһө: хакимиәт инфраструктураны булдыра (бинаны төҙөй), ә профилле предприятие («Башгид» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) ҡунаҡтар менән эшләй. Шулай уҡ Рус драма театры буйында эшҡыуарҙарға сувенирҙар һатырға павильондар барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһы ла ҡаланы туристар өсөн аңлайышлыраҡ итә.
— Стәрлетамаҡтың башҡа ҡалаларҙа осрамай торған үҙенсәлекле «фишкалары» бармы?
— Эйе. Беренсенән, был — авторлыҡ шоколад музейы һәм «Мәҙәни код» («Культурный код») һөнәрселек ижади кластеры. Бында шоколад урындағы тарихҡа әйләнә: элек ул сауҙагәрҙәрҙең өҫтөнлөгө булған һәм барыһына ла етмәгән. Икенсенән, троллейбус депоһы музейы — йәмәғәт транспортының эстән нисек эшләгәнен күреү мөмкинлеге, был хатта Рәсәй кимәлендә лә үҙенсәлекле күренеш. Өсөнсөнән, өс тауышлы аудиогид һәм VR-сәйәхәттәр — ҡаланы көтөлмәгән яҡтан асырға ярҙам иткән заманса форматтар.
- Туристик ағымды нисек баһалайһығыҙ һәм кемдәрҙе турист тип һанайһығыҙ?
— Рәсми рәүештә ҡалала кәмендә бер төн ҡунған кешеләр турист тип һанала. Әммә беҙ туристар тип күпкә киңерәк аудиторияны күҙ уңында тотабыҙ: эше менән бер рәттән ҡала буйлап йөрөүсе командировкалағы кешеләрҙе, йыл һайын ҡайтып йөрөүсе элекке ҡала халҡын, ғаилә байрамдарына килгән башҡа ҡала һәм төбәк ҡунаҡтарын. 2021 йылға тиклем Стәрлетамаҡта туристик ағымды, дөрөҫөн әйткәндә, иҫәпкә алманылар. Хәҙер мин шуны әйтә алам: ағымдағы йылдың тәүге 10 айында беҙ төрлө төбәктәрҙән ике меңгә яҡын ойошторолған туристарҙы ҡабул иттек — улар визит-үҙәк йәки беҙҙең туроператорҙың телефоны аша мөрәжәғәт иткәндәр. Әммә кешеләрҙең ҙур өлөшө — үҙ аллы сәйәхәт итеүселәр, пресс-турҙа ҡатнашыусылар һәм башҡа ҡунаҡтар.
— Әгәр һеҙ Стәрлетамаҡта туристарҙың ҡаланың тарихын да, замансалығын да, ҡунаҡсыллығын да тойһон өсөн бер көнлөк маршрут төҙөһәгеҙ, ул ниндәй урындарҙан
башланыр ине?
— Мин иҫке майҙандан һәм сауҙагәрҙәр ансамбленән башлар инем — эргәлә генә Тоҙ пристане һәм Киров паркы: бында ике сәғәттең нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалырһығыҙ. Артабан «Мәҙәни код» («Культурный код») ижади кластеры, унда шоколад музейында һәм керамика оҫтаханаһында оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ «Шихан» заводы, Громадалағы Термы, китапханаларҙағы интерактив залдар, бәләкәй генә бушлай галереяһы һәм күҙәтеү тәгәрмәсе булған Гагарин паркы бар. Тарихсы Марат Тикеев менән VR-сәйәхәткә сығырға кәңәш итәм: майҙандың элек нисек йәшәгәнен күреүҙең иң яҡшы юлы был. Ә көндө «яңы ҡала» менән тамамларға була: Ҡазан соборы һәм «Мөхәммәтсәлим» мәсете. Бындай маршрут күҙгә күренеп торған матурлыҡты ла, тойғоларҙы ла бирә, ҡаланың йәнле булыуын тойоу мөмкинлеген аса.
— Ошондай ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Екатерина Сергеевна. Тимәк, Стәрлетамаҡтағы туристик маршрут — ул карталағы нөктәләр йыйылмаһы ғына түгел, ә ҡаланың кешеләр, мәғәнәләр һәм заманса форматтар аша үҙе тураһында һөйләгән тарихы икән.
— Нәҡ шулай. Беҙ оҙаҡ ваҡыт ҡалабыҙҙы икенсе яҡтан күрергә өйрәндек, хәҙер иһә был яҡты башҡаларҙың да күреүен һәм яратыуын теләйбеҙ.
Әңгәмәне Г.ҠЫУАТОВА ҡорҙо.