Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
2 Август 2019, 18:45

Буранғоловтың бураҙналары йәки Стәрлетамаҡ районы фермерының уңыш серҙәре

Ауыл кешеһенең эшен тауыҡ та сүпләп бөтөрә алмаҫ, тиҙәр. Көндәлек ығы-зығыға ғына түгел, ә ауылдаштарын, туғандарын, йорт-ҡураһын ҡайғыртып, үҙенең крәҫтиән хужалығында ла өлгөрөргә тырыша замана эшҡыуарҙары. Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илдар БУРАНҒОЛОВ та – ошондай егеттәрҙән. Үҙ эшенә ихласлап тотоноп, уңышын да йыйып ала, итен дә, һөтөн дә етештерә, иң мөһиме: уны яҡшы дуҫ, ышаныслы кеше тип билдәләй ауыл халҡы. Шулай итеп, ул бураҙналарына орлоҡ та, изгелек тә сәсә. Шуға уңышы ла мул уның!


түгелгән тирҙән башҡа ваҡытты аямай алға йүгерергә кәрәк. Тырышып эшләп, көҙөн йыллыҡ уңыш алыуға маҡсат тотҡан Илдар Буранғоловтың хужалығында ла мәшәҡәтле осор. Күптән түгел генә көнбағыш араларын йомшартып үтеп, ашламалар индерһәләр, бесән мәле лә килеп етте. Ғөмүмән, эш туҡталғаны юҡ. Хужалыҡ эргәһенә барғас, әллә ҡайҙан уҡ яңы комбайн үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Һәр хужалыҡ та үҙенә яңы

техника алырға баҙнат итә аламы һуң?!

– Беҙҙең хужалыҡта 10 берәмек техника: белорус, йөк машинаһы, тракторҙар, комбайн бар. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы биргән һәр мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ, әле лә техника һатып алыу программаһы буйынса Һаҡлыҡ банкынан 3,5 процентҡа комбайн

Комбайнға яҡшы йөрөтөүсеһе лә тиҙ табылған, әммә эштәр баҫыуҙа ғына ҡайнамай, мал ҡарау, уларҙы көтөү кеүек мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Һауыпалынған һөт Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына оҙатылып тора икән. Әйткәндәй, был эште лә көйләйһе бар, заманына күрә етештереү генә түгел, һатыу ҙа үҙ мәшәҡәттәрен алып килә. Шулай ҙа булдыҡлы фермер бирешмәй, яйын таба.
Читайте нас: