Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
5 Сентябрь 2019, 15:17

Радий Хәбиров: Бизнес-шерифтар эшҡыуарҙар менән бер тулҡында булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холында асылған «Минең бизнесым» үҙәгенә барҙы. Ул эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы форматында эшләй.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова бында ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы бер урынға туплаған проект офисы эшләйәсәге хаҡында һөйләне. Эшҡыуарға берҙәм тәҙрә режимында объект төҙөүгә, уны файҙаланыуға тапшырыуға һәм селтәргә тоташтырыуға рөхсәт алырға була. Шәхси финанс консультанттары үҙ эшен башланы ла инде. «Минең бизнесым» үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәр кем кесе һәм урта предприятиеға финанс ярҙамы, финанс планлаштырыуы, маркетинг оҙатыуы, мәғлүмәт һәм юридик оҙатыу мәсьәләләре буйынса консультация алыуҙан тыш, белемен дә арттырырға мөмкин. Мәҫәлән, яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программалары, төрлө семинарҙар һәм тренингтар ойошторола.
Радий Хәбиров эшҡыуарҙар һәм муниципалитеттарҙың тәғәйенләнгән «бизнес-шериф»тары менән аралашҡанда ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары бизнес менән бер тулҡында булырға, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға тейешлеген билдәләне. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ошо структура булдырылғас, улар менән осрашырға әҙермен, тине ул.
«Һеҙҙең төп бурысығыҙ – бизнесты үҫтереү. Эшмәкәрлегегеҙҙең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн төп күрһәткестәр әҙерләрбеҙ. Һеҙ районығыҙҙың эшҡыуарҙары өсөн атай йәки әсәй булырға, һәр аныҡ осраҡта уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға тейешһегеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, майҙа «Книжка» эшҡыуарлыҡ үҙәгендә ошондай офис асылды.
«Минең бизнесым» үҙәктәре – эшҡыуарлыҡ башланғыстарына өҫтәмә ярҙам бирергә, ошо йүнәлеште «ҡуҙғатырға» бурыслы ике ҙур инфраструктура объекты. Планыбыҙ шундай: бизнесҡа, инфраструктура проекттарына, индустриаль парктарға булышлыҡ итеү өсөн бюджетта күберәк аҡса һалырбыҙ. Шуға күрә башҡа ҙур ҡалаларҙа шундай үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килһен өсөн уйларға кәрәк», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һүҙҙәренсә, тиҙҙән Сибайҙа, Салауатта һәм Нефтекамала ошондай үҙәктәр асыла. Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы рәйесенең үтенесенән һуң, Радий Хәбиров республиканың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһында ла бындай үҙәк асылыр, тине.
Мәҡәлә http://www.bashinform.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: