Университет тамамлағандан һуң сауҙа өлкәһендә эшләп алған булған, был тәржибә үҙ эшен асырға ярҙам итә лә инде.
Егет әлеге магазины менән генә сикләнергә теләмәй, артабан да үҙ бизнесын үҫтерергә ниәтләй. Уны таныштары һәм дуҫтары дәртләндереп, ярҙам итеп тора. Күптәр үҙ өйҙәре эргәһендә магазиндар булыуға ҡарамаҫтан, уның магазинына тауар алырға киләләр.