Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
20 Апрель 2020, 13:20

ИНВЕСТОРҘАР ИШИМБАЙҘА ЯЛ ҮҘӘГЕН БУЛДЫРЫУҒА 170 МЛН ҺУМ БҮЛЕРГӘ ӘҘЕР

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ишембайҙың «Ярд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектында физкультура һәм спорт менән шөғөллләнеү майҙансыҡтарын, парк һәм сауҙа зонаһын, күмәк кеше ҡатнашҡан ҡала сараларын уҙғарыу урындары бар.

Проект Башҡортостан башлығы ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Инвесторҙар проекты бойомға ашырыр өсөн дәүләттән ер майҙандары буйынса льготалар һәм инженер селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам һораны. Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһы муниципалитетына компанияға был ярҙамды күрһәтергә ҡушты. Билдәле булыуынса, проект һәм документация тиулыһынса әҙер.
«Ярд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә килгәндә, уны Александр Школьный 2019 йылдың ноябрендә булдырыуы тураһында билдәле. Компанияның төп эш төрө итеп «Күсемһеҙ милек менән идара итеү» күрһәтелгән.
Читайте нас: