- Килем булмаған осорҙа эшҡыуарҙар үҙ эшен ябырҙар тип әйтәләр ине, был йәһәттән ҡала буйынса ниндәй мәғлүмәт бар?
- Әлеге мәлдә ҡалала 7469 эшҡыуар һанала, пандемия осоронда эшҡыуарҙар киреһенсә артты, күптәр үҙ эшен рәсмиләштерергә теләне. Сөнки улар дәүләт ярҙамы мөһимлеген аңланы һәм официаль рәүештә эшләргә ҡарар итте. Шулай уҡ, ҡалала 1500 үҙ мәжғүлдәр бар.
Шуны әйткем килә, эшҡыуарҙар тарафынан 43 мең кешегә эш урындары булдырған һәм бюджетҡа килгән дөйөм килгән һалымдарҙың 26 процентын түләй. Йәшенеп ятмайҙар, ҡаланың социаль проектарында әүҙем ҡатнаша. Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә, мәҙәниәт мираҫы булып торған объекттарҙы тергеҙә, әлеге осорҙа дауаханаларға аҙыҡ-түлек һәм шәхси һаҡланыу ҡулламаларын һатып алып бирә.