Эшҡыуар ҡала хакимиәтенә аҙыҡ-түлек булмаған тауар һатыу өсөн стационар булмаған сауҙа павильонына субаренда (ҡуртымға алынған мөлкәтте ҡуртымға биреү) мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Проект авторына тейешле ҡануниәтте аңлатырға һәм эш итеү алгоритмы кәрәк ине. Эшҡыуарға сауҙа павильонын ҡуйыр өсөн объект урынлаштырылған ер участкаһының бер өлөшөн кадастр иҫәбенә ҡуйырға кәрәклеген аңлаттылар.
Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә шулай уҡ хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары бынан алдағы эшҡыуарлыҡ сәғәттәре йомғаҡтары буйынса ҡушылғандарҙы башҡарыу тураһында ла отчет бирҙе, тип хәбәр итәләр ошо хаҡта киң мәғлүмәт сараларының бәйләнеш бүлегенән.