Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Октябрь 2020, 13:10

КҮҘӘТЕҮ ҠОРАМАЛДАРЫ ҺӘР ЙОРТТА БУЛҺЫН!

“OkApi” компанияһы сифатлы видеокамералар ҡуя

Видеокүҙәтеү, домофондар, һаҡлау сигнализациялары ҡуйыу менән шөғөлләнгән “OkApi” фирмаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы, Ишембай ҡалаһы һәм районы, Салауат ҡалаһы һәм Ғафури районы халҡын хеҙмәтләндерергә өлгөргән. Һуңғы осорҙа бигерәк тә шәхси секторҙа заказ бирреүселәр күбәйгән.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проекты сиктәрендә юлдарҙа өҫтәмә күҙәтеү ҡорамалдары ҡуйылыу тураһында байтаҡ яҙып сыҡтыҡ. Видеокамераларҙың хәүефле участкаларға беркетелеүен һәр кем белә хәҙер. Тәү ҡарашҡа ябай булып күренгән видеокүҙәтеү комплексы юлдарҙа тәртип урынлаштырырға ярҙам иткән төп ҡоролма булып тора. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары иң ышаныслы комплекс тип иҫәпләнә. Ә бына видеокүҙәтеү сараларының шәхси йорттарға, подъездарға, фатирҙарға, баҡсаларға ла ҡуйҙырыуҙың отошло икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле.
Кеше, ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, машинаһының үҙ урынында булыуын, малдарының иҫән-аман йөрөүен теләй. Үҙҙәре эштә булһа ла балаларының урамда уйнағанын ата-әсәләр күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырыша. Шулай уҡ офистарҙа, магазиндарҙа, хатта төҙөлөш барған урындарға ла видеокамералар ҡуйыла. Сөнки һуңғыһында урлау осраҡтары йышайған.
Шәхси эшҡыуар, фирма етәксеһе Евгений Пестов белдереүенсә, һәр кеше үҙенең хәүефһеҙлеген тәү сиратта үҙе ҡайғыртырға тейеш. Заманса технологиялар һәр кемгә бының өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Кеше көтөлмәгән хәлдәргә тарығанда видеокамералар ярҙамында күп нәмәне асыҡларға була. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәүсе бер ир ял көнө ауға киткән булған, ҡайтыуына кәртә-ҡураһы емерелеп, йортона килеп ҡуша бәрелгән. Камера ярҙамында ул ниндәй машинаның авария яһауын асыҡлай алған. Икенсе осраҡта әсәләре үлгәндән һуң аталарын үҙҙәре менән күсереп алып китергә күндерә алмаған Себерҙә йәшәүсе бер ғаиләгә атай йорто эсенә камера урынлаштырыуҙан башҡа сара ҡалмаған.
Эшҡыуарҙың командаһында барлығы 10 кеше эшләй. Эш хаҡтары “баш әйләнерлек”. Тик эшкә лә Себер тарафтарында йәки вахтала эшләп күп аҡсаға өйрәнгәндәр килә икән. Бынан йыл ярым элек был эште башларға йөрьәт иткән Евгений Николаевичҡа һоҡланмау мөмкин түгел. Ундайҙар хаҡында “Тормошта үҙ урынын тапҡан ул!” – тиҙәр. Пандемия һынауҙарынан да юғалып ҡалмаған эшҡыуарға кеше хәүефһеҙлеген хәстәрләп башҡарған эшмәкәрлегендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Әйткәндәй, видео күҙәтеү ҡорамалдары ҡуйҙырырға ихтыяж булғанда 8 (927) 353-77-47 телефоны аша шылтырата алаһығыҙ. “OkApi” компанияһы егеттәре видеокамераларҙы һәм ҡорамалдарҙы сифатлы итеп һәм тиҙ рәүештә урынлаштырып та китер. Фирманы шулай уҡ https://vk.com/okapi.online адресы аша “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә табырға мөмкин.
Читайте нас: