Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Октябрь 2020, 14:46

IRBIS ЗАПРАВКАЛАРЫ БАШҠОРТОСТАН БАҘАРЫНА СЫҠМАҠСЫ

Күрше республикала бензинға хаҡ арзаныраҡ тип йыш әйтәләр. Тиҙҙән үҙ республикабыҙҙа булып та хаҡтарҙы сағыштыра алырбыҙ бәлки. Ошо көндәрҙә Irbis май-яғыулыҡ станциялары селтәре бренды аша билдәле булған Татарстандың «ТранзитСити» компания төркөмө Башҡортостанда үҙ станцияларын асырға әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте.

Тәү ваҡытта «Транзитсити» биш яғыулыҡ комплекстарын М5 һәм М7 федераль трассалар эргәһендә урынлаштырырға уйлай. Объекттарҙың хаҡы 1 млрд һум тирәһе буласаҡ, 180 кешегә эш урыны булдырыла. Башҡортостан Хөкүмәте был проектты өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереп инвесторҙарға дәүләт ярҙамы менән ҡулланырға мөмкинлек асырға ниәтләнә.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә Башҡортостан Хөкүмәте күптән түгел генә юл буйы сервисын үҫтереүгә өҫтөнлөклө маҡсаттар ҡуйҙы. Башҡортостанда автомобиль юлдарының оҙонлоғо 48,6 мең километр самаһы, уларҙың 800 км – федераль, 13,7 мең – төбәк, 34,2 мең километры урындағы юлдар статусына эйә.
Әлеге мәлдә юл буйы хеҙмәтләндереү сервисына ҡараған 953 объект бар. Республика Хөкүмәте ҡабул иткән концепцияға ярашлы 2024 йылға тиклем тағы ла 1 мең ошондай объект төҙөлөргә һәм әле булған мең объект яңыртылып ҡороларға планлаштырыла.
Читайте нас: