Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
26 Октябрь 2020, 19:10

Ат спортын үҙебеҙә үҫтермәкселәр

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә уҙған сираттағы “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йылҡысылыҡ һәм ат спортын, һауыҡтырыу һәм туристик эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса проект ҡаралды.

Инвестор ҡалала Ат ярыштары спорты федерацияһы менән берлектә аттар ҡатнашлығында төрлө спорт уйындары, ат ярыштары уҙғарыу өсөн йыл дауамында эшләй торған манеж төҙөргә уйлай.
Эшҡыуар етәкселәрҙән ер участкаһы һайлауҙа ярҙам итеүҙәрен һораған. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Куликов, йылҡы малы аҫраған урынды барып күреп, инвесторға бер нисә вариантты ҡарарға тәҡдим иткән.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: