– Баҫыуҙағы эштәр тамамланды, мал-тыуар көтөүлектәрҙән һарайҙарға ҡайтты. Әлеге мәлдә ауыл хужалығы ниндәй осор кисерә?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, йәйҙең ҡыҙыу эштәре артта ҡала бара, әммә көҙ көндәрендә лә эш кәмемәй, тик уның төрө генә алмашына. Иген йыйыу, көнбағыш һуғыуҙан һуң техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, ҡураларҙы нығытыу осоро бара. Һыйыр малдарына ҡышҡы һыуыҡ үтергә тейеш түгел, һарайҙарҙың стеналарын, түбәләрен яңынан ҡарап сығып, нығытып ҡуйыр мәл был. Эштәрҙең күпселеге үтәлеп бара, барыһына ла өлгөрәбеҙ. Шуға киләһе йылды ла хәстәрләй башланыҡ, малдың икенсе төрөнә күсеп ҡарарға ниәт бар.
– Тимәк, хужалыҡ үҫешә, үҫешер өсөн килем дә бар?
– Килем тигәс тә, ҡайһы саҡта кеҫәлә бер тин аҡса ҡалмай. Барыһы ла хужалыҡ әйләнешенә инә. Артып торған аҡса яңы техника, мал алыуға китә, яғыулыҡ, эш хаҡы түләү һәм көтөлмәгән сығымдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ошолай эшләмәһәң үҫеш юҡ, эшләгән һайын үҙ эшеңде яҡшыртҡы килә, ә бының өсөн заманса технологиялар, яңы техника кәрәк, мал төрөн яңыртып тороу мөһим. Хәстәрләп эшләгәнемде күреп, дәүләт тә ярҙам итә, техника алырға субсидиялар алдыҡ, әле грант оттоҡ һәм уны ла үҫешкә тотонорға йыйынам. Грант аҡсаларына мал төрөн алмаштырырға ине, һөт етештереү күләмен арттырырға ниәт бар. Аҡсаның да тулыһынса файҙаһын күрә белеү мөһим, әле ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар эҙләйем, варианттар бар. Был тоҡом һөтлөләрҙән һанала. Мал һайлауҙа, ғөмүмән, ауыл хужалығында сетерекле мәсьәләләр күп – йә уңаһың йә туңаһың, тигәндәй.
– Әлеге мәлдә социаль селтәрҙәрҙәге шәхси биттәр кеше тураһында күпте һөйләй. Һеҙҙең яҙмалар ҙа популярлыҡ менән ҡулланыла, быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Социаль селтәрҙәрҙә бик күп яҙмайым, әммә һәр яҙмам меңәрләгән
кешенең иғтибарын йәлеп итә. Быға тиклем уға иғтибар иткәнем юҡ ине,
әммә хәҙер сәхифәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын аңланым. Тимәк, үҙемде
өлгө итеп күрһәтергә тейешмен. Ғөмүмән алғанда, ҡуйылған «лайк»тар, ыңғай ком ментарийҙар алыу кәйефте күтәрә һәм ысын тормошта кеше менән аралашыуым, алып барған эшемдең бер сағылышы кеүек. Дөрөҫ юлда барғанымды ла аңларға һәм шул уҡ юҫыҡта дауам итергә кәрәклегенә ишара ул. Яңы партнерҙар табырға ла ярҙам итә.
– Ә бына үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып, яңы эш башлап торған йәки эш башларға хыялланыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Бында бик күп кәңәштәр кәрәктер, үҙем бына нисә йылдар эшләүемә ҡарамаҫтан, олоно – оло, кесене кесе итеп, тыңлап эш итергә күнеккәнмен. Йәштәрҙә көс, сыҙамлылыҡ, сәм бар, ә ололарҙа – тәжрибә. Ҡайһы берҙә эш килеп сыҡмай, шул саҡта оло кеше килеп бер генә кәңәш бирһә йә эш алымын күрһәтһә – тормош икенсе төҫтәрҙә балҡып киткәндәй була. Эшләүе лә еңел, ниндәйҙер ышаныс та бар, йәштәр уны ҡабатлап тиҙ генә эште тамамлап та ҡуя. Бер кәңәштән дә баш тартмай, дәүләт ярҙамдары менән файҙаланып һәм халыҡ мәнфәғәтенән сығып эшләһәң, барыһы ла яҡшы буласаҡ, минеңсә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Стәрлетамаҡ районы.
Автор фотоһы.