Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
2 Февраль 2021, 19:30

УЛ ЯҺАҒАН ЙЫҺАЗДАРҘАН КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫ БӨРКӨЛӘ

…Заман менән бергә атларға ынтылған, тормошта яңылыҡ эҙләргә, үҙен төрлөсә һынап ҡарарға йөрьәт иткән кешеләргә һоҡланып туйғыһыҙ. Нәҡ шундай егеттәрҙең береһе, Мәләүез районының Һыртлан ауылында үҫкән, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта йәшәүсе һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Илназ ӘСЛӘМОВ тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Атайһыҙ үҫһә лә бәләкәйҙән тырыш малай һәр ваҡыт үҙенә ауырыраҡ юлды һайларға, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға, ә башлаған эшен еренә еткерергә өйрәнгән. Тәмәке тартыу, алкоголде тәмләп ҡарау кеүек яман ғәҙәттәрҙе йәштән үк башына ла индермәй.

Мәктәпте тамамлағас электрик һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуы бара, белемен практика менән нығыта, уҡыған арала аҡса эшләй башлай. Тимәк, һөнәре буйынса оҫталыҡ, яҡшы эш көтә… Әммә бындай перспектива Илназды барыбер ҙә ҡәнәғәтләндермәй, ғаиләһе өсөн яҡшы тормош, етди эшмәкәрлек тураһында хыяллана, етешһеҙлектәрҙән, аҡсаһыҙлыҡтан нисек тә арынғыһы килә. Тик нисек итеп?
Уйҙар, уйҙар... Тиҙҙән Илназ ауылда пилорама аса, сәскәләр һатып ҡарай. Былар барыһы ла уға, әлбиттә, ҙур тәжрибә бирә, әммә ҙур һәм уңышлы бизнес тип атап булмай әле. Уҡып диплом алғас та Илназ Себер тарафтарына юллана. Шул уҡ ваҡытта юғары белем тураһында ла онотмай, ситтән тороп уҡый. Ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә, ипотекаға фатир алалар. Барыһы ла һәүәтемсә бара, эш хаҡы алаһың, бурыстарыңды түләйһең, тағы ла эшкә сығып китәһең. Осһоҙ ҡырыйһыҙ түңәрәк… Тик йәшлек хыялы барыбер ҙә тынғы бирмәй Илназға. Эшҡыуарлыҡ тураһындағы уй башынан сыҡмай. Әммә, башлап китеү өсөн капитал юҡ, әлеге лә баяғы, нимәнән башларға, ҡайҙан идея табырға? Нисек тә яңылышмаҫҡа, бурыстар ҙа күп бит…
Ваҡыты еткәс, эш үҙенән-үҙе килеп сыға, тормош үҙе юлын күрһәтә уға. Уйламаҫтан. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ул кәләшенә биҙәнергә-төҙәнергә тип гримёр көҙгөһө эшләп бирә. Бар күңелен һала: яҡтылыҡ лампалары менән ҡаймалай, тартмалы өҫтәле лә бик йәтеш. Матурлыҡ салоның ары торһон! Ҡатынының ҡыуаныуын, туған-дуҫтарҙың һоҡланыуын күреү һәм уларҙың үҙҙәренә лә заказ биреүҙәре тап ошо шөғөлгә этәрә лә инде. Фатирында таныш-тоноштарының заказдарына тотона, ваҡыты еткәс тағы ла юлға – Себергә, унан ҡайтҡас, дәртләнеп көҙгөһөнә тотона, һата. Уның продукцияһын алырға теләүселәр артҡандан арта бара. Өлгөрә алмай башлағас инде, дәүләт эшен ҡалдырып, бар көсөн, ваҡытын, күңелен ҙенә оҡшаған шөғөлөнә һала.
Эшҡыуарлыҡ Илназға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә, ә иң мөһиме, ул эшенән ҡәнәғәт. Цех аса, урыны етмәй башлағас, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә, эшселәр ала. Заказдар Стәрлетамаҡтан, республиканан ғына түгел, бөтә ил буйынса килә, хатта алыҫ Хабаровск крайына ла оҙатыла уның гримёр көҙгөләре. Шул уҡ ваҡытта, белемен дә камиллаштырырға онотмай Илназ. “Аңды тулыһынса үҙгәртеү өсөн күп әҙәбиәт уҡырға тура килде”, – ти ул.
– Әгәр ҙә кеше эскеселәр йәки ялҡауҙар араһында йәшәй һәм бер нәмә лә үҙгәртергә теләмәй икән, тимәк, улар һымаҡ буласаҡ. Ҡурҡмаҫҡа, уйларға, эҙләргә, тырышырға, табырға һәм йәшәргә кәрәк. Үҙең теләгәнсә, һәр көндөң, үҙ көсөңдөң ҡәҙерен белеп”. Илназ блогер ҙа әле. “Инстаграм”да үҙенең эше, заказдар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Уның тауар ҙары тураһында социаль селтәрҙәрҙә белергә була.

Әлбиттә, эшҡыуар булып китеүе еңел түгел. Ауыр ваҡыттар ҙа, Илназдың башланғыстарын хупламаусы хейтерҙар ҙа булмаған түгел, булған. Әммә улар егетте ҡурҡытмай, киреһенсә, алға этәрә, ә бит ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға барыуы – үҙе бер бәхет.

Бына шулай, ябай ауыл малайының тырышып алға, тауға яйлап үрмәләүенә ҡарап ҡыуанырға ғына ҡала. Ә ул бөгөн дә һәр көҙгө, шкаф, өҫтәл һәм башҡа сифатлы

йыһаздарына бар күңел йылыһын һалып эшләй. Кешеләрҙең йылмайыуы, ысын күңелдән ҡыуаныуы, рәхмәт һүҙҙәре уны илһамландыра, ҡанатландыра.

Әйткәндәй, Илназдың күңел йылыһын, ҡул оҫталығын һалып эшләгән көҙгө, шкаф, өҫтәл һәм башҡа өй йыһаздарын күрергә һәм һатып алырға теләһәгеҙ, 8-9371692488 телефоны буйынса йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тимер юл урамы, 3 (3-сө корпус) адресы буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА.
Һүрәттә: йәш эшҡыуар Илназ Әсләмов. Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: