Беренсе проект – «Сапсан» туристик клубын асыу. Эшҡыуарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был - спортсылар әҙерләүсе, табип килгәнсе медицина ярҙамы күрһәтеүсе патриотик клуб буласаҡ. Шулай уҡ ял көндәрендә походтар һәм ғаилә турҙары ойоштороу ҙа планлаштырыла. Хакимиәт башлығы Владимир Куликов эшҡыуарға был йәһәттән «Ватан» патриотик берләшмәһе менән бергәләп эшләргә тәҡдим итте. Икенсе проект – «Өйҙән уҡы» онлайн-платформаһы. Ул тематикаһы буйынса бөтә онлайн-уҡыуҙар вәкилдәрен берләштереүсе бер-нисә айырым блокты биләйәсәк. Проект авторы һүҙҙәренә ҡарағанда, был майҙансыҡты популярлаштырыу COVID-19 менән ауырыу хәүефен кәметергә ярҙам итәсәк, сәләмәтлек мөмкинселектәре сикләнгән кешеләргә йәмғиәт тормошонда уҡыусы һәм уҡытыусы сифатында әүҙем ҡатнашырға форсат бирәсәк. Һуңынан дөйөм белем биреү мәктәбе предметтарына төрлө онлайн-курстар, ҡул эштәре буйынса ижади оҫталыҡ дәрестәре, физик күнекмәләр өҫтәү планлаштырыла.
Владимир Куликов, проектты артабан тормошҡа ашырыу өсөн, эшҡыуарға үҙенең урынбаҫары - бизнес-шериф Гүзәл Ситдиҡоваға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.