Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
31 Март 2021, 14:55

Кесе бизнес иҫәбен алыу

Быйыл Росстат «2020 йылға кесе һәм урта бизнесты тотош статистик күҙәтеү» кесе бизнесына сираттағы иҡтисади иҫәп алыу уҙғара. Шәхси эшҡыуарҙар, кесе һәм микропредприятиелар 2020 йылға хеҙмәткәрҙәр һаны, милектән килгән керем һәм уның хаҡы тураһында бөтә мәғлүмәттәр индерелгән отчёт бирергә тейеш.#статистика #малыйбизнес #росстат #СтатистикаСтерлитамак

Росстат «Рәсәй Федерацияһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше тураһынды»ғы 209-ФЗ номерлы (24.07.2007) Федераль законға ярашлы биш йылға бер тикшереү уҙғара.
Маҡсаты - кесе һәм микро бизнес ниндәй проблемаларға юлыға – ошо турала белешеү. Йыйылған мәғлүмәттәр эшҡыуарҙарға нисек ярҙам итергә икәнен аңларға ярҙам итәсәк. Бөгөн беҙҙең илдәге предприятиеларҙың 75 проценты һәм 15 миллиондан ашыу кеше – ул кесе бизнес. Ул илдең иҡтисади уңышын һәм уның граждандарының етеш тормошта йәшәүен билдәләй.
– Бындай иҫәп алыу барыһынан элек иҡтисадтың өҫтөнлөклө секторы булараҡ эшҡыуарлыҡтың артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен күрһәтә. Ул бизнестың үҙенең, дәүләттең һәм бөтөн йәмғиәттең мәнфәғәтендә уҙғарыла. Теүәл статистик мәғлүмәттәрһеҙ, эшҡыуарлыҡ торошон объектив баһаламай тороп уға ярҙам итеүҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ҡыйын. Күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре нигеҙендә генә эффектив планлаштырыу һәм ярҙам итеү программалары тураһында һөйләргә, был өлкәлә иҡтисади нигеҙләнгән ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР буйынса дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев.
Кесе һәм микро кпредприятиеларға ҡараған шәхси эҡыуарҙар отчет бирә. Компанияның категорияһын ИНН йәки ОГРН индереп, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ суъекттарының (https://rmsp.nalog.ru/search.html) Берҙәм реестрында тикшерергә мөмкин.
Отчёт тапшырыу ваҡытының бер нисә юлы бар:
- Росстат сайты аша йәки почта аша 1 апрелгә тиклем;
- Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша - 30 апрелгә тиклем.
Шәхси эшҡыуарҙарға «1-предприниматель» формаһы буйынса, ә компанияларға «МП-сп» формаһы буйынса тултырырға кәрәк.
Анкета өс бүлектән тора:
- дөйөм белешмәләр - адрес, һалым һалыу формаһы, ИНН һәм ОКПО коды;
- эшмәкәрлектең төп күрһәткестәре – һәр эшмәкәрлек төрө буйынса алынған аҡса;
- төп фондтар (средстволар) һәм төп капиталға инвестициялар – эшҡыуар йәки компания бизнеста ҡулланған милек (мәҫәлән, биналар, автомобилдәр, ҡорамалдар), тик бөтә милекте лә һанап сығырға кәрәкмәй.
Росстат сайтында формаларҙы тултырыу буйынса инструкциялар һәм тултырылған анкеталарҙың миҫалдары бар.
Росстатҡа форманы нисек ебәрергә:
- Росстат отчет документтары йыйыу системаһы аша – электрон ҡултамға кәрәк буласаҡ;
- дәүләт хеҙмәттәре порталы аша 30 апрелгә тиклем. Шәхси эшҡыуарҙарға раҫланылған иҫәпкә алыу яҙмаһы, ә компанияларға иҫәпкә алыу яҙмаһы һәм электрон ҡултамға кәрәк кәрәк буласаҡ;
- ҡағыҙҙа - Росстат территориаль органына шәхси эшҡыуарҙың йәки компанияның теркәлең урыны буйынса. по месту регистрации. Электрон почта [email protected] аша шәхсән йәки почта аша ебәрергә мөмкин: 453120 Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 39. Белешмә өсөн телефон: 8(3473)23-50-27, 23-50-23, 23-50-31, 23-50-29.
Кесе бизнес буйынса иҡтисади иҫәп алыу, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, 5 йылға бер уҙғарыла. Унда ҡатнашыу мотлаҡ. Компанияға йәки шәхси эшҡыуарға штраф һалыуҙары ихтимал. Штраф күләме Рәсәй КоАП-ының 13.19 статьяһында билдәләнгән (Беренсел статистик мәғлүмәттәрҙе бирмәү):
- шәхси эшҡыуарҙарға - 10 мең һумдан алып 20 мең һумға тиклем;
- компанияларға - 20 мең һумдан алып 70 мең һумға тиклем.
Ҡабаттан боҙоусылар өсөн штрафтар ҙурыраҡ:
- шәхси эшҡыуарҙарға - 30-50 мең һум;
- компаниялар өсөн - 100-150 мең һум.
Ҡала эшҡыуарлыҡ бүлеге мәғлүмәттәре буйынса Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.

Читайте нас: