Бизнес-омбудсмен Борис Титов осрашыу барышында ҡайһы төбәктә контроль-күҙәтеү органдары яғынан бизнесҡа нисек баҫым яһалыуын күрһәткән рейтинг менән Президент Владимир Путинды таныштырҙы, тип белдерә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Эшҡыуарҙар иң иркен йәшәгән төбәк - Ульяновск өлкәһе. Икенсе урында – Удмуртия. Артабан Адыгея, Калуга, Төмән өлкәләре, Алтай крайы, Киров өлкәһе, Краснодар крайы, Башҡортостан килә. Ун топ төбәк исемлеге Ҡалмыҡстанда тамамлана.