Был сараға күп ҡалалар онлайн форматта ҡушылды. Ә Стәрлетамаҡтың “Минең бизнес” майҙансығында бизнесҡа дәүләт ярҙам саралары буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сарала БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Таҡтаев, эшҡыуарлыҡ буйынса БР агентлығы директоры Вадим Үтәшев, Стәрлетамаҡтың хакимиәт башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Артур Әсәҙуллин, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан бүлеге рәйесе Светлана Беляева, шулай уҡ йәмәғәтселек ойошмалары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Осрашыу барышында һүҙ Башҡортостан эшҡыуарҙары өмөт итә аласаҡ ярҙам саралары тураһында барҙы. Мәҫәлән, милли проект сиктәрендә 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға социаль проекттарын тормошҡа ашырыр өсөн 500 мең һум күләмендә грант бирелә. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар бизнесҡа муниципаль, республика һәм федераль кимәлдәрҙәге ярҙам саралары тураһында фекер алышты. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Татьяна Полушкина социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тураһында һөйләне. Шулай уҡ сарала Башҡортостанда “үҙ шөғөлө” булғандарҙың һәм башҡа эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны артҡандан-арта барғанлығы күҙәтелеүе билдәле булды.
Ә бына Стәрлетамаҡтың архитектур йөҙө тураһында сарала айырым һүҙ алып барҙылар. Бында һүҙ реклама алтаҡталары һәм кострукциялар тураһында ине. Ҡаланың бизнес-шерифы Артур Әсәҙуллин билдәләүенсә, Стәрлетамаҡта әлеге ваҡытта байтаҡ эшҡыуарҙар һатып алыусыларҙы һәм клиенттарҙы үҙҙәренә йәлеп итер өсөн “ҡысҡырып торған” ялтрауыҡлы алтаҡталарҙы ҡуялар, шуның арҡаһында ҡалабыҙҙың тышҡы йөҙөн боҙалар. Ә иң йыш күҙәтелгән ҡала йөҙөн боҙоусылар рәтенә стенаға беркетелгән конструкцияларҙы, емелдәп торған юлдарҙы, диодлы экрандарҙы, төрлө өрөлгән конструкцияларҙы, штендерҙарҙы индерергә булалыр. Бынан тыш, айырмалы кимәлдәге алтаҡталар төрлө бейеклектә урынлаштырыла. Быны күрер өсөн йыраҡ йөрөһө лә түгел: Ленин проспекты буйлап күп фатирлы йорттарҙың аҫҡы ҡаттарындағы магазиндарға, ломбардтарға, дарыуханаларға иғтибар итеү ҙә етә. Шуға күрә әлеге ваҡытта реклама агентлыҡтарын дөрөҫ һайлау бик мөһим.
– Стәрлетамаҡты реклама щиттарынан таҙартыу бара. Оҙаҡламай уларҙы видеоэкрандар “ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ”. Бынан тыш, ҡалала мәғлүмәт конструкцияларҙы урынлаштырыуҙың берҙәм концепцияһы раҫланған. Тәүге миҫалдарҙы Машина төҙөүселәр урамының 77-се йортонда күрергә мөмкин буласаҡ. Сарала күтәрелгән мәсьәләләргә етди ҡарарға кәрәк. Сөнки реклама щиттары ҡала йөҙөн боҙған осраҡта эшҡыуарҙарға 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Закон алдында реклама хужалары түгел, фәҡәт үҙ биләмәһенә реклама беркеткән эшҡыуарҙар яуап тота булып сыға, – тине Артур Илдар улы.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү төрҙәре бихисап. Мәҫәлән, бәләкәй һәм уртаса бизнес субъекттарына кредит биреү программаһы сиктәрендә элек алынған заемдарҙы рефинанслау өсөн 1 йылға ҡәҙәр инвестиция кредиттары тәҡдим ителә. Үҙаллы эшләүселәр (һөнәри керемгә һалым түләүселәр) ҙә дәүләт ярҙамын юллай ала. Уларға ҙа кредит каникулдары бирелеүе мөмкин. Шулай уҡ ташламалы заемдар, әйләнештәге аҡсалаларҙы тулыландырыу өсөн һәм ағымдағы эшсәнлекте финанслау өсөн 500 мең һумға тиклем микрокредиттар алырға мөмкин. Бының өсөн “Минең бизнес” үҙәгендә һеҙгә бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото “Сити Опен” сайтынан алынды.