Уларҙың һәр ҡайһыһы аҡсаһын, ваҡытын, көсөн генә түкмәй, ә үҙ эшен әкүңелен һәм йөрәген һалып башҡара. Иң мөһиме: етештереүсе-эшҡыуарҙарҙың һаны артыуы ҡыуандыра. Стәрлетамаҡтың һөнәрселәр ҡалаһы булыуы ла күптән ҡалабыҙҙың визит карточкаһына әүерелде. Эшҡыуарҙар үҙҙәренең һығылмалығы һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙары арҡаһында теләһә ниндәй үҙгәрештәргә һәм ваҡыт боролоштарына ла ҡаршы тора һәм заман талабына яраҡлаша ала. Шулай уҡ, улар ваҡытта социаль әүҙемлеген юғалтмайҙар, ҡалаға ярҙам итәләр, уның үҫешендә ҡатнашалар.
– “Йыл эшҡыуары” – үҙ өлкәһендәге яҡшыларҙан-яҡшыларҙы айырып күрһәтеүҙең тағы ла бер мөмкинлеге ул. Быйыл 19 эшҡыуарға төрлө номинацияларҙағы наградалар тапшырылды. Ҡала этабы еңеүселәрен ҡотлайым һәм уларға «Йыл эшҡыуары – 2023” республика конкурсында ла уңыштар теләйем, – тине тантанала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Конкурс сиктәрендә бизнестың төрлө тармағына – төҙөлөш, сәнәғәт, сауҙа, туризм, консалтинг һәм көнкүреш хеҙмәттәре, йәмәғәт туҡланыуы һәм башҡа өлкәгә ҡараған эшҡыуарҙарҙы ҙурланылар. Ҡала эшҡыуарҙарының төрлө йүнәлештәрҙә эшләүҙәре үҙенә күрә мәртәбә бит! Сөнки улар ҡала ҡаҙнаһына иң күп өлөш индереүҙәре менән башҡа тармаҡтарҙан күпкә айырылып тора.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.