Ашҡаҙар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
5 Март , 17:00

Эшҡыуар бейеү студияһын аса

Стәрлетамаҡтан Олеся Бирюкова бала саҡтан бейергә ярата. 4 йәшенән үк ул эстрада бейеүҙәре халыҡ коллективында шөғөлләнә, бында буласаҡ эшҡыуарҙы әсәйе алып килә.

Үҫеп еткәс һәм юридик факультетҡа уҡырға ингәс, Олеся Владимировна үҙенең тормошон хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү менән бәйләргә ниәтләй. Әммә бейеүгә ынтылыш көслөрәк булып сыға. Өсөнсө курста ул хореограф булып эшләй башлай. Һуңыраҡ ҡыҙ HAPPY KIDS бейеү студияһын ойоштороу мөмкинлегенә эйә була. Үҙ бизнесын асҡас, Олеся Бирюкова хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү уның өсөн түгел икәнен аңлай.Әммә бында ла барыһы ла еңел  генә булмай. COVID-19 пандемияһы бизнестың уңышлы башланыуына кәртә була. Ул ваҡытта бейеү студияһы бер йыл эшләй. Клиент базаһы формалаша, студияла күп балалар шөғөлләнә. Ә бит уларҙы нисек тә булһа тотоп ҡалырға кәрәк була. Ярҙамға онлайн-уҡытыу форматы килә, уның ярҙамында бөтә киткән клиенттар кире ҡайта һәм хатта яңылары ла өҫтәлә. Өс филиал асыу өсөн эшҡыуарға өҫтәмә аҡса кәрәк була. Стәрлетамаҡтың «минең бизнесым» үҙәгендә ҡыҙға микрокредит компанияһында түбән процентҡа кредит алырға ярҙам итәләр. Ул төҙөлөш материалдары, маттар, татами һәм шулай уҡ станоктар һатып ала. Шулай итеп, филиалдар асылыуы тотҡарланмай. Олеся Бирюкова әйтеүенсә, хәҙер студияла эштәр яҡшы бара. Стәрлетамаҡта 5 филиал эшләй, дәрестәргә 500-ҙән ашыу уҡыусы йөрөй. Заманса бейеүҙәрҙән тыш, малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы классик бейеү нигеҙҙәренә, актерлыҡ оҫталығына, акробатикаға өйрәтәләр. Педагогтарҙың юғары профессионализмы һәм HAPPY KIDS студияһы тәрбиәләнеүселәренең тырышлығы арҡаһында, балалар йыш ҡына ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары була. Студияға нигеҙ һалыусы социаль эшҡыуарҙар реестрына индереү өсөн документтар йыйырға, ә һуңынан грант алырға ниәтләй.

Әйткәндәй, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге сайтында белергә мөмкин: https://cmbrb.ru / йәки ҡыҙыу линия телефоны буйынса +7 (347) 224-99-99. /

Сығанаҡ: https://tenchat.ru/media/2067381-sterlitamakskaya-predprinimatelnitsa-otkryla-tantsevalnuyu-studiyu.

Эшҡыуар бейеү студияһын аса
Эшҡыуар бейеү студияһын аса
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: