Объект дүрт постҡа үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү өсөн автомобиль йыуыуҙы үҙ эсенә ала.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә проект авторы Кочетов урамындағы уңайлы участканы һайлап алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Проектты ҡарағандан һуң Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов үҙенең урынбаҫарҙарына мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Атап әйткәндә, участкалағы ағастарҙың торошона экспертиза үткәрергә кәрәк.
-Беҙҙең өсөн йәшеллектәрҙе мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Мәсьәлә ҡала экология советы ҡарауына сығарыласаҡ. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы эшҡыуарға бөтә кәрәкле ярҙамды, шул иҫәптән консультация ярҙамын күрһәтергә ҡушты. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» аҙағында ҡатнашыусылар алдағы осрашыуҙарҙың йөкләмәләре буйынса отчеттарҙы тикшерҙе.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: ҡала хакимиәте сайтынан алынды.