Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
10 Август 2025, 11:55

ТАҒЫ КИЛЕРГӘ УЙЛАЙ

Ҡунаҡсыллыҡ фестиваленә элекке Советтар Союзының ҡайһы ғына республикаларынан килмәгәндәр! Шуларҙың береһе – Үзбәкстандан килгән һөнәрсе Вәхит Кәримов менән сараның өсөнсө көнөндә танышырға тура килде. Ул нигеҙҙә ебәк һәм мамыҡ менән эш итә икән. Шарфтар, түбәтәйҙәр, камзулдар һәм ирҙәр өсөн өҫ кейемдәрен һатып бөткән тиерлек.

ТАҒЫ КИЛЕРГӘ УЙЛАЙ
ТАҒЫ КИЛЕРГӘ УЙЛАЙ

- Башҡортостанға тәүге тапҡыр килдем. Шул тиклем йылы ҡабул иттеләр. Бында элек Советлар Союзы тарҡалғансы Үзбәкстанда йәшәп киткән татарҙар күп. Улар минең менән туғандары һымаҡ килеп күрештеләр. Саҡырһалар, мин ҡунаҡсыллыҡ фестиваленә киләһе йылда ла киләсәкмен, - ти Вәхит Әбделхәй улы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотоһы.

ТАҒЫ КИЛЕРГӘ УЙЛАЙ
ТАҒЫ КИЛЕРГӘ УЙЛАЙ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас