Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Эшҡыуар
4 Августа , 11:35

ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР

Стәрлетамаҡ етештереүселәре иғтибар үҙәгендә Санкциялар шарттарында ла, ғөмүмән үҙебеҙҙең етештереүселәргә иғтибар ныҡлы арта башланы. Уйлай китһәк, ысынлап та, ниңә сит илдән тауар һатып алырға, шундай уҡ сифатлы, әммә күпкә осһоҙораҡ, иң мөһиме ышаныслы продукцияны үҙебеҙҙә лә табып була бит.

ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘРЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР

Мәҫәлән, яңыраҡ  “Ашығыс эксперт ярҙамы” проекты сиктәрендә ҡалабыҙға “БР экспортҡа ярҙам итеү үҙәге” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Рита Аҡсурина һәм БР тышҡы-иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Розалия Хөрмәтуллина килеп, эт һәм бесәйҙәр өсөн аҙыҡ етештереүселәр менән осрашып, кәңәштәрен бирҙе, хеҙмәттәшлеккә саҡырып, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте.

Улар ҡала хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Айнур Юнысов һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең баш белгесе Илья Серов  менән ошо һәм ҡалабыҙҙың башҡа етештереүсе предприятиеларында булдылар. Эшлекле сәфәр Марат Альхамов етәкселегендәге “Винторг-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә башланды. Бындағы сеймал һәм етештерелгән әҙер продукция ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Әлеге ваҡытта һалым йөкләмәләре артыу, сығымдарҙың хаҡы үҫеү һөҙөмтәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был йәмғиәт Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия менән хеҙмәт күперҙәре булдырырға өлгөргән, “Чистый котик” магазин-брендтарын булдырған. Өфө ҡунаҡтары эшлекле тәҡдимдәр индереп, “Винторг-СТР” ЯСЙ-ен республиканан ситтә ойошторолған ике яҡ өсөн дә отошло проекттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

 

Радий ХӘБИРОВ, БР Башлығы:

– Мин һәр саҡ әйтә киләм. Беҙҙең үҙебеҙҙә лә сифатлы һәм түбән хаҡлы продукция сығарған компанияларыбыҙ бик күп. Уларға ошо продукцияһын матур ҡаптарға төрөп һатырға, сит илгә сығарырға өйрәнергә генә кәрәк. Ә беҙ, власть вәкилдәре иһә, бизнесҡа был тәңгәлдән һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Илья СЕРОВ һәм автор фотолары.

ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас