Бөтә яңылыҡтар
Гаджет телендә
7 Сентябрь 2019, 13:47

Студент смартфонға башҡорт телен дағалаған

Башҡорт телен һәм башҡорт әҙәбиәтен яңы технологиялар алға этәрә ала. Бының өсөн ни бары үҙ телебеҙ нигеҙендә булдырылған яңы гаджеттар, программалар, телебеҙҙе төрлө алгоритмдарға һала алыу ғына кәрәк. Ундайҙар ҙа бар арабыҙҙа. Һулаҡай бөрсәне дағалаһа, Өфө студенты Кирилл Тюрганов смартфонға башҡорт телен "теккән".

19 йәшлек Өфө егете башҡорт телендә аралашып, яҙышып булған смартфон уйлап тапҡан. Башҡорт теленә смартфон эсендә булған ҡушымталарҙы башҡорт теленә ауҙарыу һәм яраҡлаштырыу өсөн йәш кешегә бер йыл яҡын ваҡыт кәрәк булған.
Башҡортостан гәзите хәбәр итеүенсә, идеяны тормошҡа ашырыр өсөн йәш егеткә 15 мең аҡса кәрәк булған. Студент был аҡсаға аппарат һатып алып уға яңы “прошивка” ҡуйған һәм уның нигеҙендә башҡорт телен интеграциялай алған. Әлбиттә, идея авторына иң тәүҙә үҙенә кәрәкле форматта булған башҡорт һүҙлеге төҙөргә тура килә. Смартфон менән башҡорт телен белеүселәр генә түгел, уны өйрәнергә теләүселәр ҙә ҡуллана ала.
Читайте нас в