Бөтә яңылыҡтар
Гаджет телендә
17 Октябрь 2020, 17:59

ТЕЛЕФОН НИҢӘ ШАРТЛАЙ?

Ҡулыбыҙҙан төшмәгән гаджеттарҙың шартлауы тураһында йыш булмаһа ла, әммә ишетелеп тора. Бер заман Samsung телефондарының бер моделдәрендә был бик йыш осрап һатыуға сығарылған бар тауар партияһы кире ҡайтарылған ине. Ә уның шартлау үҙенсәлеге хатта уйындарға ла инеп китте, унда уны ҡорал урынына ҡулланалар. Шулай ҙа смартфон ни өсөн шартлай?

Смартфондарҙың күпселеге аккумуляторҙарында булған етешһеҙлектәр арҡаһында шартлай. Иң күп шартлау осраҡтары Samsung компанияһы етештергән кеҫә телефондарына тура килә. Ә уларҙың Galaxy Note 7 моделе йыш шартлағанға күрә етештереүсе тарафынан кире ҡайтарыла. Әммә иң ҡиммәт гаджет та был етешһеҙлектән һаҡланмаған. Мәҫәлән был етешһеҙлек Apple компанияһы тауарҙары араһында ла осрай, айфондар ғына түгел, айпадттар ҙа шартлай. Айфон менән айпадты айырмаһағыҙ ҙа, телефонды шартлауҙан һаҡлап ҡалыу өсөн бер нисә шартты белеү мөһим. Шарттар ябай, телефонды үтә ныҡ ҡыҙҙырғансы эшләтергә ярамай, шулай уҡ уны бөгөргә, нисек тә булһа корпусҡа көсөргәнеш яһамаҫҡа тырышырға кәрәк. Сөнки ҡыҙҙырған осраҡта телефон эсендә булған батарея шартларға мөмкин, деформация, йәки батареяны бөгөү ҙә шул уҡ һөҙөмтә бирә. Телефон артыҡ оҙаҡ көс йыйып торһа ла, көс йыйҙыртҡыс үҙенеке булмаған осраҡта ла шартларға мөмкин. Телефон эсенә һыу ингән осраҡта, ҡаты ергә төшкәндән һуң һәм батареяның ҡулланыу ваҡыты үтеп киткән осраҡта ла шартлау ҡурҡынысы йөрөтә. Әгәр ҙә батарея шешеп китһә, уның менән ҡулланыу хәүеф янай һәм тиҙерәк алмаштыра һалырға кәрәк.
Телефоны шартлаһа шартлаһын, әммә күптәр телефондарын алтын урынына күреп түш кеҫәһенә, йөрәк эргәһендә үк һалып йөрөтөүҙе ғәҙәт итеп алған. Шуға ла ниндәй генә ҡиммәтле гаждет булмаһын, шартлауын иҫәптә тотоп тәндән йырағыраҡ йөрөтһәң яҡшыраҡ. Һаулыҡ һатылмай!
Читайте нас в