– Һеҙ – ҡалабыҙҙың йәме, артабан да ошолай беҙҙе һоҡландырып йәшәгеҙ, – тигән ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе уларға ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Суфия менән Наил Ғүмәровтар – 60 йыл, Мария менән Николай Мотовиловтар 52 бергә ғүмер кисерә. Ә Зоя менән Василий Шик иһә 62 йыл бер-береһенә һоҡланып туя алмай.
Был матур парҙарҙың ғаилә тарихы ғына түгел, башҡарған хеҙмәттәре лә һоҡланып бөткөһөҙ. Фархшатовар нәҡ шундайҙарҙан. Ғәзилә Минияр ҡыҙы, мәҫәлән, тормошон белем биреүгә арнап, “Башҡортостандың мәғариф отличныгы” һәм башҡа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, ә ғаилә башлығы Ғәзинур Ғәлинур улы – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Стәрлетамаҡта матур-матур йорттар һалған. Улар бергә 36 йыл йәшәй, ике бала үҫтергәндәр.
Ошондай, тәбриккә лайыҡ ғаиләләребеҙ күберәк булһын ине.