Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
24 Август 2018, 13:42

Һигеҙ һанының ҡөҙрәте

Матур датала – 18.08.2018 Башҡортостанда 765 пар никахлашҡан. Әйткәндәй, республикала был күренеш – бер көн эсендә иң күп теркәлгән никах.

Уҙған шәмбе Өфөлә – 195 пар, Стәрлетамаҡта 23 пар өйләнешкән. Шулай уҡ Октябрьский (34), Нефтекама (33), Белорет (25) ҡалаларында һәм Стәрлетамаҡ (20), Краснокама(13), Иглин (13), Күгәрсен (11) райондарында күпләп туй үткән.
Өс “һигеҙ”ҙән торған символик дата йәштәр араһында иң популяр көнгә әйләнде. Ни өсөн йәштәр тап ошо матур һанды һайлай һуң? Улар инаныуынса, 8 – сикһеҙлек билдәһе – ул тик уңыш ҡына килтерә һәм был көндө өйләнешкән парҙар ныҡлы, татыу һәм уларҙың ғаилә тормошо оҙайлы була. Әммә һуңғы йылдарҙа башҡа һандарға бәйле никах модаһы ла таралды. Ул юрау-ышаныуҙарға ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, тормошонда ете һәм һигеҙ һандары менән бәйле ваҡиғалар кисергән Айһылыу Дәминова был һандарҙан бик тә ҡәнәғәт:
– 2007 йылдын 7 мартында никах уҡыттыҡ, 2017 йылдың 7 июлендә туй яһаныҡ. Әле һаман да мөғжизәле 7 һәм 8 һандары ғаиләбеҙ менән йәнәш йөрөүен дауам итә. 2008 йылдың 7 мартын-да Илһам улыбыҙ тыуҙы. 2017 йылдың 8 майында Заһиҙәбеҙ донъяға килде. Бер көндө ирем Альфред менән ошо турала уйлап ултырабыҙ ҙа, баҡтиһәң, беҙ
йәшәгән йорттоң һанында ла 8,7 бар икән. Хатта фатирҙыҡында ла! Был һандар, бәлки, осраҡлы тап килгәндер. Әммә, нисек кенә булмаһын, әлеге һандар беҙҙең ғаилә өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын, – ти йәш әсә бәхетле һандары хаҡында.
...Уйлай китһәң, пар балдаҡ үҙе һигеҙ һаны булып күҙ алдына баҫа. Нисек кенә булмаһын, артабан да шулай тик бәхет кенә килтерһен инде был мөғжизәле hандар!
Читайте нас: