Ғаилә ҡороуҙың тәүге аҙымын ЗАГС бүлегендә башлайбыҙ. Йәреңә тоғро булырға, уның бар башланғыстарын хуплап, ауыр ваҡыттарында таяныс булырға ант итәбеҙ, мәжлескә йыйылған бар ҡунаҡтарыбыҙ алдында “эйе, мин риза” тип, ғорур баш ҡағабыҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ көслө алҡыштарға күмә. Тик бына... оҙаҡҡа түҙерме, нисә айлыҡ, нисә йыллыҡ булыр йәштәрҙең мөхәббәте?!
Рәсәй статистикаһы күҙәтеүенсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан өйләнеүҙәр һәм айырылышыуҙар буйынса беренсе урында тора. Республикала ағымдағы йылдың тәүге өс айында 4475 пар никахын рәсмиләштергән һәм ошо өс ай ваҡыт арауығында 3812 ғаилә тарҡалған! Автоматик рәүештә иҫәпләй-һанай башлайһың. Өс ай эсендә 3812 ғаилә юҡ. Башта мең төрлө уй. Тик бер генә һорау: ә балалар?!
Уйҙарым бала-сағыма алып ҡайта. Бөтә дуҫтарымдың да, таныштарымдың да ата-әсәһе бар. Атайһыҙҙар ғына бер-нисәү. Тик улар айырылмаған, атайҙары бөтөнләй юҡ, гүр эйәләре ине. Ә бөгөн иһә һәр икенсе – яңғыҙаҡ, тимәк, һәр икенсе бала – етем. Оло быуын кешеләренең айырылышыуҙар тураһында әйткән һүҙҙәрен ишеткәнегеҙ бармы? Улар өсөн никах тарҡалыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл: “үҙең һайлап, уйлап, яратып өйләнгәнһең икән – йәшә, түҙ, күнек.” Ауыр заманда үҫкән кешеләр шундаймы, әллә төп роль шәхесте тәрбиәләгән ғаиләләме?! Әлбиттә, һәр кемдең үҙ яуабы...
Йәш ғаиләләрҙең тиҙ арала айырылышыуҙарына, өйләнешеп тә өлгөрмәй – йәш йөрәктәрҙең икеһе ике яҡҡа китеүҙәренә кем ғәйепле, нимә булышлыҡ итә, ни өсөн йылына меңәрләгән бала ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡала һуң?! Йәмғиәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк илдең 42 төбәгендә үткәргән һорашыуҙарға күҙ һалайыҡ. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе булып хыянат, яр-лылыҡ һәм дә эскелек менән наркомания тора икән. Артабан торлаҡ булмауы, парҙар араһына туғандарҙың ҡыҫылыуы, бала таба алмау, оҙаҡ айырым йәшәү килә.
Никах. Матур һүҙ, шулай бит?! Йылылыҡ, мөхәббәт бөркөлөп тора. Тик эш һүҙҙә генәме ни, иң мөһиме: шул никахҡа ингән парҙарҙың тормошо матур булһын, ул парҙар үҙҙәре алдына ҡауышыу бәхетен генә түгел, ҙур яуаплылыҡ алыуҙы ла аңлаһын ине.
– Йәштәр, күбеһенсә, уйламайынса, ҡыҙыулыҡ менән айырылалар. Аҡылдарын ҡулланмай, киләсәк тормоштарын күҙ алдына ла килтереп тормай. Әлбиттә, беҙ, олораҡ кешеләр, йәштәрҙең ғаиләләре ныҡлы, татыу булһын өсөн ярҙамға килергә бурыслыбыҙ. Уларҙың балаһыҙ, “үҙҙәре өсөн генә йәшәү” кеүек принциптары яҡшыға алып бармауы хаҡында төшөндөрөргә кәрәк. Һәр бер ата-әсәнең ғаиләһе, балалары алдында яуаплы икәнлеген онотмағыҙ.
– Бөтә дуҫтарым, таныштарым кейәүгә сығып, кәләш алып бөткәс, үҙемде нисектер кәм тоя башланым. Төҫөм дә, аҡылым да бар кеүек, тик ниңәлер үҙ кешемде осрата алманым. Шулай йөрөй торғас, Заһир менән таныштым, осраша башланыҡ, никах уҡыттыҡ. Бик үк оҡшамаһа ла тора-бара яратырмын тип уйланым. Тик тап киреһенсә килеп сыҡты. Никахта “мин бында нимә эшләп ултырам ул? Ошо миңә кәрәкме?” тигән һорауҙар мейемдә ҡайнаны. Был уйҙар тыумаҫ та ине, ата-әсәһе ошо мәжлестә үк үҙҙәренең кемлеген күрһәтте: ирле-ҡатынлы талашып-һуғышып бөттөләр. Мәңге бындай мәшхәр күрмәгәс – ҡотом осто. “Ярар, миңә бит улар менән йәшәргә түгел”, – тип тынысландырҙым үҙемде.
Эшемдән китеп, иремдең районына күстек, өйөбөҙ ҡәйнәмдәргә күрше ине. Бөтмәҫ талаш-һуғыш, өҫтәүенә, эсергә лә яратҡан кешеләр булып сыҡтылар. Ирем өйҙә булмағанда ҡәйнәм беҙҙә ҡуна башланы.
Күсеп килгәс тә үк эшкә урынлашҡайным, ирем эшенә йөрөмәҫ булды. Ә минең алып ҡайтан аҡсамды кредитына түләй башланы.
Аҡсаһыҙлыҡ менән ялҡау ир түҙемлек касамды таштырҙы һәм айырылып ҡайтып киттем. Ярты йыл да йәшәп өлгөрмәйенсә, 24 йәшемдә ирҙән айырылған, яңғыҙаҡ ҡатынға әүрелдем. Хәҙер уйлайым да, бәлки ата-әсәһенән йырағыраҡ, икенсе ҡалаға күсеп китергә булғандыр. Улай тиһәң, ярты йыл эш эҙләргә лә уйламаған иргә таянып буламы?! “Ашыҡҡан – ашҡа бешкән” – был мәҡәл минең турала. Кеше бәхетенә ҡыҙығып, тиҙ арала үҙемә лә шундай тормош төҙөргә ашҡындым һәм тормоштоң ҡайнар ашына бештем.
– Ситтә эшләп йөрөнөм. Ике ҡыҙым бар ине. Бер ваҡыт, бүләк эшләйем тип, әйтмәй генә ҡайтып инһәм – үҙемә шәп «бүләк» әҙерләгәндәр, ҡатын һөйәре менән түшәктә ята. Тап кинолаға кеүек. Күтәрә, ғәфү итә алманым – айырылып, тыуған яғыма ҡайтып киттем.
Хәҙер икенсе кәләшем һәм балам бар. Ҡатыным да ирҙән айырылған, ҡыҙы бар. Ике ҡыҙымды ла ярҙамдан ташламайым, ялдарында миңә гел ҡунаҡҡа киләләр.
Тик... әлеге ҡатыным да мин вахтала булған саҡта икенсе ир менән йөрөгән булып сыҡты. Өйҙән ҡы-уып сығарҙым, айырылдыҡ. Бер ай эшләп ҡайтҡан-дан һуң, улымды һағынам тип, кире килә башланы (улымды үҙемә алып ҡалғайным). Ғәфү үтенә, ба-рыр ерем юҡ, тип, үҙен йәлләтә торғас, өйгә кире индерҙем. Шулай йәнә бергә йәшәй башланыҡ, тик, мәҫәлән, хәҙер ҡатынға ҡайҙа, кем менән, ҡасан барғанымды ла әйтеп тормайым. Ышаныс та, хөрмәт тә бөттө. Яратам да кеүек, хәйер, ҡай саҡта икеләнә башлайым.
– Университеттың беренсе курсын тамамлағас, ярты йыл осрашып йөрөгән егетемдән йөккә үҙып, кейәүгә сыҡтым. Туй үткәреп, дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәй башланыҡ. Бәпесем тыуғас, ирем аҡса бирмәй, ҡул күтәрә башланы. Бер ваҡыт, балаға бутҡа алып ҡайт тип, һуңғы 100 һум аҡсамды биреп сығарғайным, үҙенә һыра күтәреп килеп инде. Һүҙ әйтһәң – йоҙроҡ. Шымдым, күндем. Бер кемгә һөйләмәй торғайным, бәхетемә күрә, ата-әсәйем белеп ҡалған һәм айыртып алып ҡайттылар. Атайымдың: “Баламды иренән туҡматып йәшәтер өсөн үҫтермәнек”, – тигән һүҙҙәре мәңгегә йөрәгемдә уйылып ҡалды.
Балама ике йәш тигәндә иремдән ҡотолоп (үкенескә ҡаршы ошондай йәмһеҙ һүҙҙәр ҡулланырға мәжбүр итә), яңынан тормош башланым. Беҙҙең ғаиләне юҡҡа сығарыуға булышлыҡ иткән төп сәбәп аҡсаһыҙлыҡ һәм аҡыл етмәүе булғандыр, тип уйлайым. Икебеҙ ҙә студент, ул тегендә-бында эшләп маташты. Юҡ-барға талашып, йонсой торғайныҡ. Бер-беребеҙҙе аңларға ла тырышманыҡ. Шулай, 21 йәшемдә тормоштан ҡаты ғына дәрес алдым.
– Беренсе кәләшем менән бик ныҡ яратышып өй-ләнештек. Мин ҡырҙа эшләп йөрөнөм, өйөбөҙ ҙә, машинабыҙ ҙа бар ине. Көтөп алған сабыйыбыҙ донъяға килде, тик өс айы ла тулып өлгөрмәгән бәпесебеҙ гүр эйәһе булды. Минең фәрештәм... Уның үлеүенә ике аҙна ла булмағайны әле, ҡатыным ата-әсәһенә ҡайтып китте. Күмәкләп баламдың үлеүендә минең генетикамды ғәйепләнеләр.
Күпме саҡырһам да, күпме инәлһәм дә, кәләш ҡайтманы, аңлауымса, ата-әсәһенең һүҙенән сыға алманы. Һуңынан килде, әлбиттә, тик мин инде һыуын-ғайным. Ғаиләбеҙгә ебәрелгән иң ауыр һынауҙы бергә үтеп сығыр саҡта ташлап киткәненә нәфрәт тойғоһо ла уянғайны. Кисерергә кәрәк булғандыр, бәлки, тик ауыр булһа ла түҙҙем, тағы ла ғаиләбеҙгә берәй һынауҙа йәнә яңғыҙ ҡалырмын тигән һығымтаға килдем.
Алты йыл үткәс әлеге кәләшемде осраттым, Аллаға шөкөр, ике балабыҙ бар. Тик йәшәү тәмен, мөхәббәт, шатлыҡ тойғоларын татып та өлгөрмәй, гүр эйәһе булған бәләкәсемде һағынам. Тәүге ҡатынымдың туғандары ҡыҫылыуы – тәүге ғаиләмде боҙған төп сәбәп булып тора. Шуға йәш парҙарға бер-берегеҙҙе тыңлап, аңлашып, бәхетле минуттарҙа ғына түгел, ә тормош ебәргән иң ауыр саҡтарҙа ла таяныс-терәк булырға өйрәнегеҙ, тип теләгем килә.
– Әсәйем дә, апайым һәм үҙем дә ике-өс тапҡыр кейәүгә сыҡҡан кешеләрбеҙ. Эйе, йәшмен, тик әллә мин ирҙән, әллә ирҙәр минән уңмай. Ҡулымдан килмәгән эш юҡ былай, аш-һыуға ла оҫтамын, өйөм дә һәр саҡ ялт итеп тора. Тик мәктәптә уҡығанда уҡ эсергә, тартырға әүәҫләнеп алдым. Бөгөн миңә 24 йәш – тәмәкеһеҙ бер көн үткәрә алмайым, ә һыраһыҙ донъяның йәме юҡ. Байтаҡ егеттәр менән осраштым. Ата-әсәйем әрләп тә, туҡмап та ҡараны – уның һайын үс итеп тәртип боҙҙом.
Беренсе иремде ныҡ яраттым, тик ул көнө-төнө ситкә йөрөнө. Мин үҙемде һәр ваҡыт ҡарап йөрөйөм, буй-һынға бирешерлек түгелмен, шуға уға нимә етмәгәнен аңлай алмай йонсоном. Артабан инде күҙҙән күк төшөрмәй башланы.
Икенсе иргә ашығып, ныҡлап уйламай ҙа сыҡтым. Никах уҡытып, өс ай ғына йәшәп өлгөрҙөк. Бигерәк яуапһыҙ һәм ялҡау булып сыҡты.
Хәҙер иһә өсөнсө иргә барҙым. Аллаға шөкөр, өрмәгән ергә ултыртмай, үҙе аҡыллы, үҙе бай. Тик минең яман ҡылыҡтарым тураһында белмәй. Ә мин уларҙы ташлай алмайым. Етмәһә, ауырлымын. Әйтергә ҡурҡам, бәлки, үтеп китер?!