Шундай ҡаты итеп әйтте, Ринаттың ҡатынын ҡосаҡлаған ҡулдары үҙенән үҙе һәленеп төштө, һөйөү менән тулы күңеле һыҡраны, осҡон һибеп ялтыраған күҙҙәре тоноҡланып ҡалды. Кәүҙәһе кесерәйеп ҡалғандай, көзөрәйеп кенә залдағы диванға атланы. Ҡатының күңелен ай буйы эшләп, алып ҡайтҡан арыу ғына аҡса ла иретмәне.Туң Себерҙә көнө-төнө руль артында ҡатындар ҡайғыһымы һуң инде, хатта улар килеп муйынына аҫылынған хәлдә лә, этеп кенә ебәрер ине. Эйе, хет егеттәрсә булмаһын, шулай эшләр ине. Бер ауыҙың бешһә, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, - тиҙәр бит. Ул асыуына түҙә алмайынса аш бүлмәһенә йүнәлде. Һыуытҡысты асып унан йөрәгенең ялҡынын баҫыу өсөн иҫерткес эсемлек эҙләне. Ай буйына һағынып, ашҡынып, осоп тигәндәй ҡайтҡан ине бит, хәҙер кикиреге шиңгән әтәстәй булып ҡалды. Ҡатыннаҙына сарсаған йәне ғазаплана, әгәр ҙә йөҙ грамм ғына булһа еңелерәк булып ҡалыр ине. Шул ваҡыт йоҡо бүлмәһенән ҡатыны килеп сыҡты ла:
- Әгәр эсеп, иҫерер булһаң, өйҙә эҙең дә булмаһын! - тип екерҙе. Уның боҙло тауышынан һуң, Ринатҡа шым ғына залдағы диванда төн үткәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә бөгөн таныш-маҙар күреп ҡалмаһын, тип ҡыйынһынып ҡына тағы ошо диспансерға килә, сөнки Себерҙә эшләп ҡайтҡан һайын ҡатыны унан справка талап итә. Нисәнсе тапҡыр тапшыра инде ул анализдарҙы. Ул ҡыйыуһыҙ ғына ишеккә яҡынлашты. Ишек асылып китте, унан балаһын етәкләп күрше ҡатыны килеп сыҡты.
- Һаумы күрше! Ҡайсан ҡайттың! Ауырып киттеңме әллә?- тип, үҙенең һорауҙарын теҙҙе.
- Эйе, ҡайттым шул, - тине лә, уҡыусы алдында яуап бирә алмай торған бала кеүек, ыҡ-мыҡ – итеп ҡалды.. Ә күршеһе:
Ҡыҙымдың тәне шешекләп китте, шуға алып килдем, бына рецептар яҙып бирҙеләр, «зыянлы түгел, оҙаҡҡа бармаҫ», -тинеләр тип, үҙ хәбәрен һөйләне лә ары китте.
- Бисәнең һүҙенә ҡарап юҡты-бушҡа ауҙарып йөрөйөм инде, - тип уйлап алды ул көйәләнеп. Ишек алдында бер аҙ тапаннап торғандан һуң:
- Справка алып ҡайтмаһам, һылтау итеп, тауыш сығарыр, һуңғы тапҡыр алып ҡайтам да һалам, башҡаса былай итеп йөрөмәйем! - тип, ныҡлы ҡарарға килде.
- Дүрт аяҡлы ат та абына, - тиҙәр бит, бынан бер-нисә йыл элек булды ул ваҡиға. Заводтың автотранспорт цехында эшләп йөрөй ине, уны юнәлтмә менән ашханаға ебәрҙеләр. Ашхананан, һатыу өсөн яңы бешергән ашамлыҡтар тейәп, Зифа исемле һатыусы ҡатын менән йәрминкәгә алып барып һаттылар. Һатыусы ҡатын көнө буйы асыҡ һауала тороп һатты, өшөнө. Ҡалған әйберләрҙе ашханаға алып барып бушатҡас, Ринат уны машинала өйөнә тиклем алып барҙы, сумкаһын күтәрешеп ул йәшәгән фатирға күтәрелде. Ҡатын рәхмәт йөҙөнән сәй эсергә саҡырҙы. Ринат:
- Ирең елтерәтеп сығарыр! - тине лә, ниндәй яуап бирер икән тип ҡатынға текләне, сөнки уның менән ҡыҙыҡһына башлаған ине.
- Ҡурҡма! Ул бында йәшәмәй, айырылыштыҡ! - тине.
- Ярай, улай булғас берәй сынаяҡ сәй эсәйем, һыйлағанда һыу эс, - тиҙәр, тип, аяҡ кейемен һалып аш бүлмәһенә үтте. Фатир артыҡ ҙур булмаһа ла зауыҡ менән йыйыштырылған, бөхтәлек күҙгә бәрелеп тора. Хужабикәһе лә бына тигән, самай һөйә-һөйөлә торған сағы. Ҡабарып торған сәстәре, күпереп торған ирендәре, йылылыҡ бөркөп торған серле күҙҙәре, төҙ кәүҙәһе, әле минең ваҡыт үтмәгән, - тигәндәй ымһындырып ылыҡтырып тора. Әлбиттә Ринат та быға иғтибар итте, ҡатындың сәй яһағанын мыйыҡ аҫтынан йылмайып, күҙәтеп ултырҙы. Зифаның ҡулдарына күҙ эйәрмәй, тиҙ генә табын ҡороп ташланы. Араҡы ла ултыртҡан ине, Ринат баш тартты:
- Эсер инем дә бит, машинаны гаражға илтеп ҡуйырға кәрәк!- тине ул уфтанып.
- Бик эсәһең килһә машинаңды ҡуйғас килерһең, - тине ҡатын. Ринатҡа шул ғына кәрәк ине, ул тиҙ генә машинаһын илтте лә, ҡабат әйләнеп килде. Араҡы эсеп, һөйләшеп кис еткәнен дә һиҙмәнеләр. Инде һуң булһа ла Ринаттың был өйҙән сығып китәһе килмәне, хужабикә лә ҡыуманы. Йырлап та алдылар, бейенеләр ҙә, баланың йоҡлап киткәнен көттөләр…
Өйөнә ул һуңлап ҡайтты. Ҡатыны балалары менән йоҡларға ятҡан ине. Ҡатынының һорауҙарынан «юлда машина ватылды, шуға һуңлап ҡайтылды», - тип ҡотолдо. Шул көндән һуң уның машинаһы йыш «ватылыр» булып китте, үҙенең күңеле күтәрелеп, ҡанатланып, осоп йөрөнө. Шулай итеп ярты йыл ваҡыт үтеп китте.
Бер көн ҡайтыуына ҡатыны уға ташланды:
- Әйт, кем менән «гуляйт» итәһең?! Теләһә кем менән йөрөп ауырыу йоҡтороп алып ҡайтҡанһың! Эштән медосмотрға барған инек, шунда белдем. Ояты ни тора, - тип иларға кереште. Ринат ыҡ-мыҡ итеп ҡалды, нимә тип яуап бирергә белмәне. Шунан телен саҡ әйләндереп:
- Минең бер кем менән дә йөрөгәнем юҡ, - тине.
- Ах, шулаймы ни! Танып тораһың тағы! Кем менән йөрөгәнеңде бөтә ҡала белә! Иртәгә үк үҙең дә бараһың, һине лә саҡырҙылар! - тине. Ринат өндәшмәне, шунан файҙаланып ҡатыны тағы атакаға күсте.
- Әйт, кем ул ҡатын? Ҡайҙа йәшәй? Күптән «уйнаш» итәһегеҙме? - тип ныҡышты. Ринат телен саҡ әйләндереп:
- Әллә ҡайсан, бер ҡатын янына барған инем, башҡа барғаным юҡ! Һиңә еткән ҡатын бармы ни? - тип, «һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырырға» итеп ҡараған ине лә, оторо ярһытты ғына. Ҡатыны уның сикәһенә сабып ебәрҙе, илай башланы:
- Ысынлап йөрөнөңмө ни? Оятһыҙ! Ике балаң үҫеп килә бит! Бер көн дә тормайым һинең менән, айырылам! - тип, уны ҡыуа башланы. Ринатҡа ҡатыны алдында төрлө һүрәттәргә керергә тура килде. Ул ер йөҙөндә Розанан да сибәр, аҡыллы ҡатын юҡлығын, уны күптән аңлағанлығын, башҡаса бер ҡатынға күтәрелеп тә ҡарамаясағын әйтеп, анттар итте. Бер аҙҙан һуң ҡатыны тынысланды.
Улар һүҙһеҙ генә ултырып ашанылар, һуңынан ҡатыны:
- Иртәгә мотлаҡ барып анализлар тапшыр! Икебеҙгә лә бергә дауаланырға тура киләсәк, һуҙырға ярамай! Йоғошло булып ҡулланыу әйберҙәре аша балаларға йоғоуо ихтимал, - тине. Был хәл шундай ҡырҡа төҫ алған, ысынлап та барырға кәрәк, - тип уйланы Ринат.. Шул көндән һуң улар ҡатыны менән дауалана башланылар. Табиб уларға таблеткалар, уколдар тәғәйенләне. Ғәиләлә татыулыҡ китте. Ҡатыны әйләнгән һайын уны кәмһетеп тә, ғәйепләп тә төрлө һүҙҙәр әйтә торҙо. Ринат түҙҙе, сөнки ул үҙен ғәйепле итеп тойҙо. Ҡатыны бигерәк уҫал шул, уға ҡаршы һүҙ әйтеп еңеп булмай, ыңғайына тороп та саҡ. Уҫал булһа ла ярата шул, балаларын да ярата. Бына ҡыҙы быйыл урта мәктәпте, улы һигеҙҙе синыфты тамамлай. . Ҡатынының да эштән һуңлап ҡайтҡан, әхирәттәре менән кисен йөрөгән саҡтары бар, тик Ринат шикләнмәй, ышана, Роза хыянатҡа бармаҫ, – тип үҙен йыуата. Ә иренең хыянаты ҡатының ҡолағына кергәс,энәһенән- ебенәсә тикшермәйенсә туҡтамай инде ул. Тегенән-бынан белешеп, эшләгән еренә барып, ул ашханала һатыусы ҡатынды барып тапҡан, теләһә ниндәй һүҙҙәр менән битәрләгән. Ул эҙләп тә тапмаҫ ине, күберәк ирҙәрҙе үҙҙәренең теле һата шул, маҡтанырға яратыуҙары һата. Ни эшләйһең, ундай эш улар өсөн батырлыҡҡа тиң бит. Ринат ашханала Зифаны күргән ине, ул да уны ғәйепләй, «мин һинән башҡа бер кем менән дә булманым!», - ти. Алдаша инде ул. Яңғыҙ ҡатындың кеме генә булмаҫ! - тип Ринат уның менән араны өҙҙө.
Дауамын гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.