Тыуғандан алып ҡартайған көнгә тиклем, ҡайғыларҙа ла, шатлыҡтарҙа ла, әгәр күңелдә ниндәйҙер борсолоуҙар, икеләнеүҙәр булһа, беҙ мотлаҡ әсәй менән кәңәшләшәбеҙ, иркәләнәбеҙ, эс серҙәре менән бүлешәбеҙ. Унан меңәр саҡырым алыҫлыҡта булып та, ауыр мәлдәрҙә тәү сиратта әсәй иҫкә төшә. Әсәй беҙҙең турала ғүмер буйы борсола, балаһы өсөн тулҡынлана.
Тик арабыҙҙа әсәй бер нәмә лә аңламай, һиҙмәй тип хаталаныусылар ҙа бар. Уның беҙҙең тормошто белмәүе, беҙҙең уҡыу-эште аңламауы ла мөмкин, әммә әсә йөрәге һиҙә бит, уның кәңәштәре беҙҙе ҡотҡара ала – ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ғөмүмән, әсәйҙәр бала саҡта ла, ҡартайғанда ла, яҡында ла, алыҫта ла кәрәк!
Минең ҡәҙерле кешем дә, күп әсәйҙәр кеүек, балаларым, тип тырыша, апай менән беҙҙе бәхетле итер өсөн бар көсөн һала. Ике балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килә. Уның исеме лә матур – Сәриә РАҠАЕВА!
Әсәйем – үҙе тыныс, башҡаларға ла ярҙамсыл, изге кеше. Мин уның менән һоҡланам, ғорурланам! Дуҫтарым миңә йыш ҡына: “Һин әсәйеңә оҡшағанһың”, – ти. Бәлки, төҫкә-башҡа оҡшамағанмындалыр, ә бына күңелемдә һәр саҡ уға тартылырға, изге йәнле, ғәҙел булырға тырышам. Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Әсәйҙәргә йышыраҡ рәхмәт һүҙҙәре еткерәйек, уларҙың ҡәҙерен белеп йәшәйек, йәмәғәт.