– Һеҙҙең тормош – йәштәргә үрнәк, матур парһығыҙ, хеҙмәтегеҙ хөрмәткә лайыҡ, – тип билдәләп китте Рөстәм Рәшид улы.
Матур залда ҡотлау һүҙҙәре яңғырай, Мендельсон маршы... Был минуттарҙа инәй-бабайҙар тулҡынлана, йәшлек йылдарын хәтерләй. Был парҙарҙы әҫәрҙәрҙең лирик геройҙары тип танырға ла булыр ине: төҙөлөштә, кинола, мәктәптә, дауаханала осрашып ҡауышып киткәндәр, тормоштары әҫәрҙәге һымаҡ матур уларҙың, һынауҙарын да «сюжет» йәлләмәгәндер.
– Рим ағайығыҙ менән велосипедта йөрөгәндә таныштыҡ, ул да спортты ярата, мин дә, ҡыш булһа, бергә саңғы шыуырға, конькиҙа йөрөргә бара торғайныҡ. Беҙҙең мөхәббәт спорт аша яралды ла инде. Икебеҙ ҙә ғүмер буйы химзаводта эшләнек, әле үҙемә – 72, бабайға 75 йәш. Өйләнгән көнөбөҙ беҙҙөң өсөн өсләтә ҙур байрам, сөнки 28 йыл рәттән иң ҙур ейәнебеҙҙең тыуған көнөн һәм Республика көнөн билдәләйбеҙ, – тип бүлеште шатлыҡтары менән Сәүиә Низаева.
Мөхәббәт көсө әллә ни ҡәҙәр уңыштарға ирештерә тиҙәр, был парҙарҙың миҫалында ла хаҡиҡәтте асыҡ күрһәтергә була. Никах һарайы эргәһендә, Ленин проспектындағы бөтә тиерлек йорттарҙы һалыуҙа ҡатнашҡан, уның төҙөлөшөн бала ҙурайғандай үҙ күҙҙәре менән күреүселәр булараҡ һөйләп бирергә әҙер Рим һәм Миңлегөл Һөйәрғоловтар.
– Әрменән ҡайтҡас та дуҫым менән Күгәрсен районы Ҡанаҡас ауылынан Стәрлетамаҡҡа килеп төштөк, ә бында удар комсомол төҙөлөшө бара... Мин кранға ултырҙым, төҙөлөш эсендә йөрөгәндә Миңлегөл тигән ҡыҙға күҙем төштө, ул иретеп йәбештереүсе булып эшләй ине. Осрашып йөрөнөк тә комсомол ту-йы үткәрҙек, фатирға асҡыс менән хатта Ҡара диңгеҙгә бушлай юллама тотторҙолар, – тип йәшлеген хәтерләй Рим Шәңгәрәй улы.
Әлеге көндә иретеп йәбештереүсе ҡатын-ҡыҙ – ят күренеш, булған бит заманалар: бар эшкә лә тотонғандар, атҡарғандар. Хәйер, ошондай сынығыу уларҙың ғаиләһен дә сыныҡтырмай ҡалмаған.
“Ғаилә – йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе. Уларға иғтибарлы, дөрөҫ, яҡшы һәм изге мөнәсәбәт менән ҡарамайынса, бер ниндәй уңыштарға ирешеп булмай”, – тине үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел генә Мәскәүҙә үткән “Өлгәшкән ғаилә – өлгәшкән Рәсәй” форумында. Ысынлап та, республика әлегеләй ғаиләләр нигеҙендә үҫешә һәм уларға, һис шикһеҙ, иғтибар булырға тейеш. Һәм, әйтергә кәрәк, Башҡортостанда был иғтибар юғары кимәлдә: әле саҡ ғаилә ҡорғандарға ла, оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп килгән парҙарға ла. Мәҫәлән, тантанала 13 ғаиләнең Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән тәбрикләнеүе ошо хаҡта һөйләй түгелме ни?!