Улар, шартына тура килтереп, тантаналарына егет менән ҡыҙ кеүек аҡ машиналарҙа, сәскәләр тотоп килеп төштө. Парлы балдаҡтар, ҡотлауҙар, музыка – барыһы ла тик йәштәр өсөн ине. Хәйер, йәш тип... килен булып төшкән Алла Григорьевнаға – 81, ә Фәрит Әмир улына 68 йәш. Был йәштә өйләнешеүселәр тураһында һирәк ишетәбеҙ, шулай ҙа Стәрлетамаҡта ундай хәл теркәлде.
Әбей менән бабай ҡаланың Ве-терандар йортонда йәшәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: быға тиклем уларҙың ғаиләләре лә, балалары ла булмаған. Фәрит Усманов был йортҡа яңыраҡ ҡына килгән һәм унда күп йылдар йәшәүсе Алла Гераскинаны күреп, ғашиҡ булған.
– Тәүге тапҡыр осратҡанда уҡ яҡын кешемдәй күрҙем. Никахлашырға тәҡдим иттем һәм ризалыҡ алдым, – ти Фәрит Әмир улы ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Бәхетле пар бер-береһенә ҡарт көнөндә терәк булмаҡсы, уларҙы тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә ваҡиғаның оло йәштәгеләргә ыңғай йоғонто яһауын билдәләй. Әбей менән бабайҙың күҙҙәрендә нур күренһә, кәйефтәр күтәрелеп китә, ти улар. “Ғаилә йылы”нда статистик мәғлүмәттәрҙе яҡшыртыу бер, өйләнешә алмай йонсоған йәштәргә өлгө күрһәтеү һәм “бер ҡасан да һуң түгел” тигән хәҡиҡәтте дәлилләүҙәре ҡиммәт.