Башҡортостан Мәғариф министрлығының 2018 йылға саралар планына ярашлы, етем, атә-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәки сәләмәтлектәренә бәйле тәртибендә ауырлыҡтар булған үҫмер йәштәге балалар өсөн Стәрлетамаҡ балалар йортонда “Ҡауҙы көнө” тигән социаль проектты тормошҡа ашырып, буласаҡ ата-әсәләр һәм балалар менән яҡындан танышыу саралары уҙҙы. Проект республикала өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла. 2016 йылда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған – 45, 2017 йылда 27 етем бала ғаиләгә урынлаштырылған. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо һәм көнитмеше нисек кенә яҡшы ойошторолһа ла ғаиләлә йәшәү һәр баланың иң мөҡәддәс теләге булып ҡала, тинек. Һәр бала эргәһендә ата-әсәһе, апай-һеңлеләре, ағай-ҡустылары булыуын теләй. Был мәсьәләне хәл итеү өлкәндәрҙең ҡулынан килә һымаҡ. Стастистикаға таянғанда, илдә ошондай рәүештә тәрбиәгә алынған балалар һаны – 400 мең.
Әлеге социаль проектта республиканың 11 районы һәм ҡалаһынан (Ғафури, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәр-лебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары) етем балаларға ата-әсә булырға теләүсе 35 кандидат һәм 6 балалар йортонан (Петровский, Стәрлетамаҡ, Ҡуғанаҡ, Йомағужа, Салауат һәм Күмертау) 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 36 тәрбиәләнеүсе, шулай уҡ балалар йорттарында эшләүсе уҡытыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
Сара Стәрлетамаҡ балалар йортоноң “Созвездие” хореографик ансамбле сығышы менән башланып китте. Уларҙың профессиональ кимәлдәге сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Рогова Марина башҡарған Ер-әсә тураһындағы йырҙы тыңлағанда күҙҙәрҙән йәштәр эркелде. Был иҫ киткес талантлы ҡыҙҙы, эргәһендә атә-әсәһе булһа, Мәскәү сәхнәһенә мендерер йәки донъяға танытыр өсөн бар тырышлыҡтарын һалыр ине, моғайын, тигән уй телде йөрәкте. Ә әлегә… ошо юҫыҡта ярҙам һуҙыусы булырмы уға? Петровский балалар йортонан килгән уҡыусыларҙың сығышын ҡарағанда ла улар өсөн йөрәк әрнене. Салауат балалар йортонда тәрби-әләнеүселәрҙең ата-әсәле йорт мөхитен сағылдырған тамаша ла күңелдең бер ситен семетеп алды. Йомағужа, Ҡуғанак балалар йорттарынан килеүселәрҙең сығыштары ла күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Концерт номерҙары ни тиклем йөкмәткеле булмаһын, балалар һәр сығышты барлыҡ һәләтен һалып башҡармаһын, уларҙың оҫталыҡтарына ҡарағанда, етем булыуҙары мейене бырауланы. Ғаилә билдәһе булған өй ҡыйығындағы изге ҡауҙы бәхетте был юлы кемгә килтерер? Иң мөһиме шул бит!
Сара аҙағында ойошторолған ижади оҫталыҡ дәрестәрендә, “Ҡанатыңды ҡуй…” тренингында буласаҡ ата-әсәләр менән балалар араһында үҙ-ара аралашыу, коммуникатив күнекмәләрҙе һәм социаль әүҙемлекте үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды һымаҡ. Хатта төрлө уйындар ваҡытында үҙемдең күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам: һәр буласаҡ ата-әсәнең эргәһенә төҫ-ҡиәфәттәре (бәлки, холҡо менән дә) менән уларҙың үҙҙәренә оҡшап торған бала һайланғайны. Мин башта бында бала алырға бары тик са-быйҙары булмаған ғаиләләр генә килә икән тип уйлай инем. Эргәмдә ултырған Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылынан килгән ирле-ҡатынлы Эльвира һәм Азамат Насировтар менән һөйләшеп киткәс, уларҙың үҙҙәренең дүрт балаһы булыуын белдем. Ауылдары бәләкәй булғас, кесе ҡыҙҙарына уйнарға ла иптәш булмауы, ә, иң мөһиме, уға һеңлекәш алып, ошо йәтим ҡалған балаларҙың береһен генә булһа ла бәхетле иткеләре килеүҙәре тураһында йөрәк серен асты улар ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына. Ауылдаштар аптырар инде, тип тә өҫтәп ҡуйҙылар. Күңелемдән генә мин дә уларҙың ҡыҙҙары эргәһенә һеңлекәш һайлап ултырҙым. Уйындар ваҡытында ошо мин һайлаған бәләкәй ҡыҙҙың Эльвира эргәһендә тороуын күреп, “түбәм күккә тейҙе”. Ике йыл көткән ҡыҙҙарын Насировтар бәхетле итерҙәренә иманым камил. Ҡауҙы был юлы кемдәрҙе бәхетле иткәнен белеп бөтмәһәк тә, уның өмөтлө ҡанат ҡалдырып китеүе лә мөһим бөгөн. Сөнки әлеге акция буласаҡ ата-әсәләргә баланы алдан күреп, осрашып, уның тормош шарттары, йәшәү рәүеше һәм нисек ял итеүе менән танышып һайларға мөмкинлек бирә. Ә инде “Ҡауҙы көнө” акцияһын йыл һайын үткәреү республикабыҙ өсөн изге йолаға әүерелә бара.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.