Килен булып төшкәс, ауылда оҙаҡ тормай йәш ғаилә, 1954 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. “Уралспецстрой” тигән ойошмаға вербовка буйынса эшкә урынлашалар. «Стәрлелә ундай ойошма хәҙер юҡ инде. Тәүҙә ирем менән шунда эшләнек», – тип хәтерләп үтте Фәниә апай йәшлек йылдарын. Юлдарға асфальт, бетон түшәү эше бик ауыр була. Ун өс йыл бурыстарын намыҫлы атҡарғандан һуң икеһе лә “Сода” заводына эшкә күсә.
– Ғәлиҙе сода көпләү буйынса машинист итеп алдылар. Бер аҙҙан мин дә уның янына эшкә урынлаштым. Сода тултыра торған тоҡтарҙы өйөп машинистҡа тапшырып тора инем. Ғөмүмән, ғаилә яҙмышыбыҙ “Сода” заводы менән тығыҙ бәйле. Ғәли менән икебеҙ ҙә “Сода” ла эшләп, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Малайҙарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошо предприятиела эшләне. Бына шулай ҡалаға хеҙмәт иттек – бабайҙың эш стажы 40 йыл, минеке – 38 йыл, – ти ғорурлыҡ менән Фәниә апай.
Фәниә һәм Ғәли Амангилдиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Нишләйһең бит, тормоштоң үҙ ҡанундары. Оло улдары Ришаттың ғүмере 42 генә йәшендә өҙөлә. Икенсе улдары Радик Яҡутстандың Мирный ҡалаһында йәшәй, ҡыҙҙары Фәимә менән Резеда Стәрлетамаҡта төпләнгән.
...Редакция ҡунағының балалыҡ осоро һуғыш йылдарына тура килгән.
– Атай һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Ике бала менән тол ҡалған әсәйем Фәнизә туғаным менән беҙҙе ас-яланғас итмәне. Йәтимлекте тойманыҡ та. Иремдең туғандары ла бик яҡшы кешеләр булды, – ти апай хәтирәләргә бирелеп. – Әсәйемде ҡарау өсөн хатта заводтан китергә тура килде... Әсәйем, мәрхүмкәйем, 95 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы, бик рәхмәтле булып, фатихаһын биреп китте.
Быйыл сентябрҙә Амангилдиндарҙың икеһенә лә 84 йәш тулған, ә бергә йәшәүҙәренә 65 йыл булған.
– Аллаға шөкөр, әле лә ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Бәйләм эшен ҡулдан төшөргән юҡ. Элегерәк шәл бәйләнем, хәҙер инде олоғайғас, ойоҡбаштар бәйләйем. Бабайым – балыҡсы. Бына шулай, сөкөрләшеп кенә донъя көтәбеҙ, – ти ҡәнәғәт йылмайып бәхетле әсәй, өләсәй.
Ә бит уйлап ҡараһаң, 65 йыл – үҙе бер кеше ғүмере! Ошо йылдар эсендә күпме һыуҙар аҡҡан, күпме юлдар үтелгән. Ә күпме яҙҙар, йәйҙәрҙе бергә ҡаршылаған был бәхетле пар! Тормош булғас, төрлө саҡтар булғандыр. Иңгә-иң терәшеп, тормош диңгеҙенең әсе елле дауылдарын да бергә еңеп сыҡҡан улар. Иң мөһиме, уларҙың төп байлығы – ҡулға-ҡул тотоношоп үткән 65 йыл ғүмер юлы, һәм, әлбиттә, балалары, балаларының балалары.
– Ошо көндә өс ейәнебеҙ, биш ейәнсәребеҙ, бер бүләбеҙгә өләсәй һәм олатайбыҙ. Ошонан да ҙур бәхет юҡтыр ул! – ти Фәниә апай һөйөнөп. Миңә ҡалһа, ошо бәхеттең сере, бая апай үҙе әйткәнсә, әсәй фатихаһын алып, баларарыңа фатиха биреп йәшәүҙән киләлер, тим.