Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
23 Ноябрь 2018, 13:54

Күпме мәғәнә һалынған был һүҙгә!

Әсәй! Ниндәй яғымлы һүҙ! Ә күпме мәғәнә һалынған унда! Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла гел әсәй менән уртаҡлашабыҙ. Баланың теле лә “әсәй” һүҙе менән асыла.

Әсәйҙең һәр һүҙе уйландыра ла, шатландыра ла. Беҙҙең дә ғаиләлә үҙ ҡояшыбыҙ бар. Ул беҙгә һабаҡ бирә, ярамаған эш эшләһәк, төҙәтеп ебәрә. Һәр бер аҙымды, һәр бер һүҙҙе иҫләй ул минең әсәйем.
Әсәкәйемдең ҡулдары алтын. Уның күңел һалып бәйләгән кейемдәрен кейһәң, тән менән бергә йәнем йылынған кеүек. Бешергән аштарын тәмләп ҡараһаң, телеңде йоторлоҡ.
“Әсә күңеле – балала” тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мин һәр саҡ уның тылсымлы һүҙҙәренә, ярҙамына мохтажмын. Һәр бер әсә балаларын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, һинең яғымлы ҡарашың, әйткән аҡыллы һүҙҙәрең минең тормошомда маяҡ булып торасаҡ.
Гел беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙарың менән өйҙө йылытып, күңелдәргә илһам өҫтәп тор, әсәй.
Читайте нас: