Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары тәүге уҡыуҙа күп балалы тип танылған ғаиләлә ата-әсәнең (балалыҡҡа алыусының) йәки опекундың (попечителдең) береһен транспорт һалымын түләүҙән азат иткән закон проектын ҡабул итте.
«Закон күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеүгә, республикалағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән, — тип билдәләне республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Әлеге сара двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән еңел автомобилдәргә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем тәшкил иткән автобустарға ҡарата билдәләнде. Льгота мохтаждар — түбән һәм уртаса килемле ғаиләләр өсөн ҡаралған. Ҡиммәтле автомобилдәре булған күп балалы хужалар льготалылар категорияһына инмәй».
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе һүҙҙәренсә, льгота хужаның теләге буйынса һәр типтағы бер транспорт сараһына бирелә һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә була.
«2018 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты — 2019 йылдың аҙағы. Шулай итеп, киләһе йылда уҡ күп балалы ата-әсәләр һалым түләмәй, — тине Константин Толкачев. — Льгота 100 процент күләмендә бирелә».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, ишле ғаиләләргә транспорт һалымы буйынса льготалар бюджетҡа 150 миллион һумға төшә. Физик берәмектәр өсөн башҡа транспорт льготаларының бер өлөшөн бөтөрөү, киреһенсә, өҫтәмә 37 миллион һум йыйырға ярҙам итергә тейеш. Ошо хаҡта тулыраҡ «Башҡортостан бер йылда 172 миллиард һум аҡса эшләй. Шунса аҡса ҡайҙан алына һәм уларҙы нисек тотонорға уйлайҙар» материалында уҡығыҙ.