Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
30 Ноябрь 2018, 13:55

Йәшәгәс, шулай йәшәргә кәрәк

Ҡала ЗАГС-ында оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе парҙарҙы Әсә көнөндә данланылар.

60 йыл буйы ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәп, балалар үҫтереп, гәүһәр туйҙарын бил-дәләүсе Минегөл Мәсәлим ҡыҙы һәм Нуриман Абдулла улы Ишкилдиндарҙы (һүрәттә), алтын туйҙарын билдәләүсе Мөнәүәрә Нәжметдин ҡыҙы һәм Хазинур Хажиәхмәт улы Бикмаевтарҙы, шулай уҡ Рәмзиә Кәшәф ҡыҙы һәм Файзрахман Ямалетдин улы Шәрәфетдиновтарҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Рөстәм Мөшәрәпов хакимиәт башлығы Владимир Куликов исеменән ихлас ҡотланы. Үҙҙәренең өлгөлө хеҙмәте менән ҡала шөһрәтен үҫтереүгә өлөш индергән һәм өлгөлө ғаиләләре менән йәштәргә үрнәк булған парҙарға артабан да ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуҙарын, именлек һәм бәхет теләп бүләктәр ҙә тапшырҙы Рөстәм Рәшид улы.
Кисә музыкаль күренештәр менән дә үрелеп барҙы. Юбиляр парҙар үҙҙәре вальсҡа әйләнһә, Ҡала мәҙәниәт һарайынан “Тыл-сымлы донъя” бейеүе менән кескәй Милана Назарова ҡот-ланы, ә Рәшит Хәбибуллин ”Әсәй” йырын сарала ҡатнашҡан бар-лыҡ әсәләргә бағышланы. Ошо йырҙы башҡарғанда Рәмзиә Шәрәфетдинованың күҙҙәренән йәштәре тәгәрәгәнен шәйләп ҡалдым да, барып өндәшмәйенсә түҙмәнем. “Апай, берәй ҡайғығыҙ бармы әллә?” – тигәнемә, ул үҙенең алыҫта ҡалған бала сағын иҫкә төшөрҙө һәм алты йәштә генә сағында әсәһе үлеп, 6 бала етем ҡалыуҙары, аҙаҡ үҙенең һеңлеһе менән Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатта уҡыуҙары хаҡында, сығышы менән Федоровка районы Балыҡлы ауылынан булыуы тураһында һөйләп китте. Тормош иптәше Ғафури районы Үтәк ауылы егете менән ғүмер буйы Йылылыҡ-электр үҙәгендә эшләгәндәр, Файзрахман Ямалетдин улы РСФСР-ҙың атҡаҙанған энергетигы икән. Әйткәндәй, уларҙы ҡотларға балалары ла килгәйне.
Ә гәүһәр туйҙарын билдәләгән икенсе пар – Ишкилдиндар: “Ғүмер буйы бер һүҙле булып йәшәнек”, – ти йылмайып. Ә алтын юбилейҙарын билдәләүсе тағы бер ғаилә тарихы былай: Ауырғазы ҡыҙы Мөнәүәрә Нәжметдин ҡыҙы күрше ауылда шофер булып эшләүсе Хазинур Бикмаев менән юлда машинаһына ултыртып алып ҡайтҡанда таныша һәм сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улар ҙа, мөхәббәт сере – татыулыҡта, тип иҫәпләй. Танышыуҙары, бергә йәшәп китеүҙәре төрлө булһа ла, әлеге парҙарҙың тормош һуҡмағынан тайпылмайынса, бөгөнгө көнгәсә матур ғүмер итеүҙәре һоҡландыра ла, уйландыра ла, сөнки йәшәгәс, шулай йәшәргә кәрәк тигән һығымтаға киләһең.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: