Проект талаптары буйынса уңышлы һәм билдәле кешеләр Рәсәйҙең үҙҙәренә таныш булмаған һәм билдәһеҙ урындарына ебәрелә. Улар унда биш көн эсендә эш урыны һәм үҙенең байлығы менән бүлешерҙәй кеше эҙләп табырға тейеш. Ҡатнашыусыларҙың береһе «Квадрат» сауҙа йорто һәм «Карусель» каршеринг компанияһы хужаһы был талаптарҙы үтәү өсөн Стәрлетамаҡҡа килеп әләккән. Миллионер был көндәр эсендә балалар хоккей клубы тренерына әйләнә, ферма һәм хатта ҡалдыҡтарҙы сортировкалау урынында эшләп өлгөрә. Шулай уҡ, Иван Серебрянников Яңы Отрадовка ауылында йәшәүсе Кондриков-Кравченколар ғаиләһе менән осрашты. Ғаиләлә 17 бала тәрбиәләнә, уларҙың 14-һе уллыҡа алынған, араларында ДЦП, Даун синдромы һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыусылар бар. Әйткәндәй был ғаилә тураһында «Ашҡаҙар» гәзитендә лә баҫтырып сыҡҡайныҡ https://ashkadar.rbsmi.ru/news/un-ete-b-rt-k-y-yby-bar-/.