Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
3 Декабрь 2018, 12:11

«Йәш ғаилә – 2018» конкурсының Гран-прийына Ғариповтар ғаиләһе лайыҡ булды

«Йәш ғаилә – 2018» республика конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы, унда Ауырғазы, Бүздәк, Дәүләкән, Күгәрсен, Яңауыл райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан иң әүҙем ғаиләләр ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сығыш яһаны.
Конкурста һайлап алыу турын үткән ете ғаилә интерактив майҙансыҡтарҙа ярышты. Көнө буйы дауам иткән еңел булмаған бәйгелә еңеүселәр билдәләнде. Гран-приға Өфөнән Ғариповтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Альбина һәм Руслан Ғариповтар студент саҡтан уҡ бергә. Икеһе лә аграр университетҡа уҡырға ингән, һуңынан бал бейеүҙәре студияһына шөғөлләнгән. Йәштәр шулай танышып ғаилә ҡорған. Сафия һәм Йәсмин исемле ҡыҙҙар тәрбиләйҙәр. Хәҙер улар республиканы тотош Рәсәй кимәлендә күрһәтергә тейеш.
Сара ғаиләнең абруйын арттырыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Конкурстың бурысы – йәш ғаилә институтын пропагандалау, ғаиләнең һәм ғаилә тормошоноң абруйын күтәреү, йәш ғаилә ағзаларының сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, физик һәм әхлаҡи яҡтан һау-сәләмәт быуын тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу.
http://www.bashinform.ru/news/1245604-v-bashkirii-gran-pri-konkursa-molodaya-semya-2018-udostoilas-semya-garipovykh-/
Читайте нас: