Аллеяның уртаһында ғаиләгә бағыш-ланған скульптура композицияһы бар. Был композицияла атай, атайҙың ҡулында – ҡыҙ. Янында бәләкәй улын етәкләгән ҡатын. Улы янында ҡолаҡтары һалпайып төшкән бәләкәй генә көсөк ултыра.
Кескәйҙәр был композиция янынан тыныс ҡына үтә алмай. Бигерәк тә, улар көсөк янында йыш туҡтала. Уның ҡолаҡтарынан тартып, моронона сиртеп, арҡаһын һыйпап китмәһәләр, күңелдәре булмай шикелле. Ҡарап тороуы – үҙе бер мәрәкә. Һуңынан улар ата-әсәләре менән бергә иҫтәлеккә фотоға ла төшә.
Мин дә ошо һындарға яҡынайҙым. Алда бер ҡатын ҡыҙы менән атлай. Скульптураға килеп етәрәк, теге бәләкәй ҡыҙ, әсәһен ҡалдырып, йүгереп барып, атай һынының аяғын ҡосаҡлап алды ла:
– Атай, атаҡайым минең, ҡәҙерле атаҡайым, – тип, яңағы менән һырынды һәм башын күтәреп, атайҙың битенә ҡараны. Ҡыҙсыҡтың йөҙөндә шундай һағыш, бойоғоу, ниндәйҙер өмөтһөҙлөк күренде.
– Балаҡайым, был һинең атайың түгел. Ул бит сит кеше, – тине тыныс ҡына.
– Юҡ, ул минең атайым! – тип атайҙың аяғына нығыраҡ һырынды бала.
Ошо мәлдә миңә бик ҡыйын булып китте һәм мин тиҙерәк китергә ашыҡтым. Шул саҡ башыма төрлө уйҙар килде. Ҡыҙҙың атаһы ҡайҙа? Оҙайлы командировкаламы, ғаиләһен ташлап киттеме, әллә ба-ҡыйлыҡҡа күстеме икән?
Ошо мәлдә хәтирәләргә бирелдем. Бер нисә йыл элек киленем дауаханала булған бер хәлде һөйләгәйне. Ҡыҙы ауырып киткәс, улар дауаханаға эләккән. Ҙур ғына палата, стена буйлап һигеҙ карауат урынлашҡан, уртала балаларға уйнарға иркен генә урын да бар. Берәүҙәр һауығып сыға, улар урынына икенселәре килә. Бер ваҡыт уларҙың палатаһына етем баланы һалғандар, ә башҡа балалар барыһы ла әсәләре менән дауаланған. Етемгә, күп булһа, өс йәш булғандыр.
Процедуралар бөткәс, балалар бергәләп иҙәндә уйнаған. Балалар бит инде, ҡайһы ваҡыт талашып та китәләр, ҡысҡырышып та, илашып та алалар. Илаған саҡта балалар яҡлау эҙләп, “әсәй, әсәй” тип, әсәйҙәре яғына, үҙ карауаттарына йүгерешкән. Әсәләре уларҙы ҡосаҡлап алып, баштарынан һыйпап, тынысландырған. Ә теге йәтим балаҡайҙы ситләтһәләр, ул да үҙ карауатына “әсәй, әсәй” тип йүгерә икән. Әлбиттә, бындағы әсәйҙәр ҡыҙҙы йәлләп, тынысландырырға тырышҡан. Бик тетрәндергес хәл. Ҡыҙҙың әсәһе ҡайҙа: бармы, әллә юҡмы? Әгәр ҙә булһа, ҡайҙа йөрөй икән?
Бөгөнгө көндә ниҙәр генә ишетмәйһең дә, ниҙәр генә күрмәйһең: береһе үҙ балаһын ташлап китә, икенсеһе балаһы тыуғас та йә подъезға, йә сүп-сар араһына ырғыта, бәғзеләр бала табыу йортонда уҡ ҡалдырып китә. Күптәре эскелек арҡаһында балаларын онота, ҡарамай, ашатмай. Был күренештәр тик ҡатындарға ғына түгел, ирҙәргә лә ҡағыла. Тормошта намыҫһыҙ ирҙәр ҙә тулып ята шул.